Волонтерҙар кәрәк! 03.09.2014

Киләһе йыл Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек сиктәрендә ойоштороусылар ирекмәндәр ҡабул итә башланы. Волонтер кәмендә 18 йәштә булырға, һәм сит телдәрҙе белергә тейеш. Саммитта ҡатнашыусы илдәр телен белеүселәргә өҫтөнлөк бирелә тип иғлан ителде бөгөн  матбуғат конференцияһында.

Киләһе йәйгә тиклем биш йөҙ ирекмән әҙерләнергә тейеш. Улар ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусыларҙы ҡаршы алыу, урынлаштырыу, ҡала менән таныштырыуҙы ойошторорға тейеш. Бының өсөн башта  әҙерлек курстары үткәрелә. Был йәһәттән интернет аша һәм белем биреү усағында уҡыуҙар уҙғарыу ҡаралған. Буласаҡ саммиттарҙа ирекмән булырға теләүселәр «волонтер2015.рф» сайтында анкета тултыра ала. Һорауҙарҙы шулай уҡ  2 66-01-50 телефоны буйынса ла бирергә мөмкин. Шуны әйтергә кәрәк, эш өсөн түләү ҡаралмаған.
Руслан Мирсаяпов, «Өфө-2015» офис-төркөмө директоры: «Ирекмәндәр әҙерлек курстарының һәр этабынан һуң тест тапшырасаҡ. Был ысул менән уларҙың белем кимәлен асыҡларға, лидерҙарҙы билдәләргә теләйбеҙ. Саммитта эшләү, илде күрһәтеү бик яуаплы бурыс».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика