Ватансылыҡ символы

Ватансылыҡ символы 22.04.2015

Бөгөн республика төбәктәрендә «Георгий таҫмаһы» таратыла башланы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандар иҫтәлегенә арналған билдә - илһөйәрлек символы, оло һәм йәш быуынды берләштереү символы. Тәүге тапҡыр акция 2005-се йылда, Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығын билдәләгәндә ойошторола. Ул ваҡытта Рәсәйҙә һәм башҡа илдәрҙә 60 миллиондан ашыу таҫма таратылды. Быйыл республика буйлап 25 меңдән ашыу  таҫма таратыу күҙҙалана. Дан һәм хөрмәт билдәһе һаналған символды ҡайҙа етте шунда тағыу урынһыҙ, ти белгестәр.

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған патриотик саралар шулай уҡ, Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанында ла үтте. Ирекмәндәр ҡала халҡына «Георгий таҫмаларын» таратты, фронт йырҙарынан торған ҙур булмаған концерт та күрһәтте. Сара сиктәрендә ҡаһармандар иҫтәлегенә арналған «Еңеүсене эҙләйем» тип исемләнгән яңы проектҡа старт бирелде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика