Ватанды һаҡларға әҙерһеңме?

Ватанды һаҡларға әҙерһеңме? 01.05.2015

Өфөнөң Октябрь районы хәрби көстәр сафына алыныусы егеттәрҙе оҙатты. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар өсөн бындай байрам  йыл һайын ойошторола. Байрамға 150-гә яҡын буласаҡ һалдат саҡырылғайны.

Улар алдында Бөйөк Ватан һәм һуғышы һәм локаль бәрелештәр ветерандары, хәрби комиссарҙар сығыш яһаны. Әйтергә кәрәк, ветеран ойошмалары егеттәрҙе әрмегә оҙатып ҡына ҡалмай, йыл әйләнәһенә йәштәр менән осрашыуҙар уҙғара, патриотик тәрбиә алып бара.
Саҡырылыусыларға килгәндә, улар барыһы ла медицина һәм хәрби комиссия тикшереүе үткән, яҡын арала хеҙмәт итәсәк частаренә юлланасаҡ. Егеттәрҙең кәйефе күтәренке, әрме сафына баҫыуҙы улар изге бурыс һанай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика