Вәғәҙәләшкән һылыуы төп башына ултыртҡан

Вәғәҙәләшкән  һылыуы төп башына ултыртҡан 01.08.2014

Ҡытайҙа йәшәүсе уҙаман социаль селтәрҙә Рәсәй гүзәле менән хәбәрләшкән. Тора-бара уларҙың мөнәсәбәттәре өйәләнешеү тураһында килешеүгә лә барып еткән. Үҙен Пестова Елена Ивановна тип таныштырған ҡыҙ Санкт-Петербургта йәшәүе һәм виртуаль танышы янына барыу  өсөн ни бары 12 мең доллар аҡсаға ихтияжы булыуын да белдерә. Һүҙҙәрен ҡеүәтләп  паспорты менән фотоға ла төшә. Ир кеше уға ышана һәм теләгән күләмдә аҡса юллай. Әммә долларҙарҙы ҡулға алғас та ҡыҙҙың  мөнәсәбәттәре һыуына төшә, ул селтәрҙән дә юҡҡа сыға.

Виртуаль мөхәббәт тарихын тикшерә башлағас, полиция хеҙмәткәрҙәре паспорттың ялған булыуын асыҡлай. Ҡытайҙағы ирҙе төп башына ултырҡан һылыуҙың төньяҡ баш ҡаланан түгел, ә  Башҡортостандан булыуы ла ихтимал тигән фекерҙә тәртип һаҡсылары. Әле уның шәхесе асыҡлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика