Утта янмай, һыуҙа батмай

Утта янмай, һыуҙа батмай 23.09.2014

Учалы районының Уральск ауылында йәшәүселәр йорт-ҡураһын  янғынға, ямғырға бирешмәгән яңы технология буйынса төҙөй башлаған.

Бындай объекттар һалыу арзанға ла төшә. Нигеҙ, ҡыйыҡлыҡ материалы булһа, стенаһын утынға тигән түмәрҙән күтәрергә мөмкин. Хатта ҡаҙаҡ та кәрәкмәй.

Солтановтар ғаиләһе мунсаны бер аҙна эсендә тиерлек күтәреп ултыртҡан. Материал эҙләп алыҫ йөрөргә тура килмәгән, артыҡ аҡса ла түкмәгәндәр. Мунса иҫке өйҙөң бүрәнәләрен бысып һалынған, йәғни стеналар утынлыҡ түмәрҙән төҙөлгән.

Түмәрҙән йорт-ҡура төҙөүҙең технологияһы ҡатмарлы түгел. Объекттың нигеҙен, ҡыйығын, ситтәрен күтәреп алғандан һуң, стена түмәрҙәрҙән күтәрелә. Араһына һалам ҡатыш балсыҡ тултырыла. Ул кипкәндән һуң инде өйҙө эстән штукатуркаларға, тыштан заманса материалдар менән көпләргә мөмкин.

100 квадрат метрлыҡ йорт төҙөү өсөн йыуанлығына ҡарап 700-800 түмәр китә. Стеналарҙың ҡалынлығын һәр кем үҙе һайлай. 40 сантиметрлыҡ итеп ҡалдырырға ла, 50 итергә лә мөмкин. Бындай материалдан һалынған унға ун өй 20 мең һумға ғына барып баҫа. Сағыштырыу өсөн: ошондай уҡ бура 200-300 мең тора.

Уральскиҙа түмәрҙән объекттар һалыуҙы Дамир Әхмәтов башлап ебәргән. Ул үҙенә оҫтахана төҙөй. Был технология буйынса һалынған биналар янғынға бирешмәй, икенсенән, оҙаҡ хеҙмәт итә, ти хужа.

Дамир Әхмәтов, Уральск ауылында йәшәүсе: «Иң мөһиме - материалды табыуы еңел, иҫке өйҙө бүрәнәләре лә, ҡайын да, ерек тә, ҡарағай ҙа бара. Урман янғындарынан һуң ҡарайған ағастарҙы ла файҙаланырға мөмкин».

Сатлама һалҡындарҙа түмәр йорттарҙы йылытыуы ла еңел. Шуға күрә бында өйҙәрҙе күберәк Алыҫ Себерҙә төҙөйҙәр. Улар заман елдәренә бирешмәй 200 йыллап хужаларына хеҙмәт итә. Учалыла ла Уразбахтиндар ғаиләһе ошондай уҡ йорт туйларға йыйына. Йәш ғаилә торлаҡ мәсьәләһен 10 йөк утын ярҙамында хәл иткән.

Рәмзиә Кәримова


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика