Ҡуртымға фатир эҙләйем тип, мутлашыусылар ҡулына эләгеүселәр

Ҡуртымға фатир эҙләйем тип, мутлашыусылар ҡулына эләгеүселәр 01.08.2015

Баш ҡалала риэлтор хеҙмәтенә ихтыяж йылдан йыл арта. Ярҙамға ашҡынып тороусы ойошмалар ҙа юҡ түгел. Әммә берәүҙәре эшен законлы башҡарһа, икенселәре тиҙ генә аҡса эләктереү маҡсаты менән «ҡағыҙҙағы»фатирҙарҙы тәҡдим итә.

Тиҙ ышанып барыусанлыҡ арҡаһында аҡсаһыҙ ҡалырға мөмкин. Бер төркөм йәштәрҙең һәр кеме ҡасандыр «Һинең ҡалаң» исемле агентлыҡҡа мөрәжәғәт итә. Тик ойошма тәҡдим иткән риэлтор хеҙмәте генә намыҫһыҙ булып сыға. Ҡуртымға тигән бүлмә-фатирҙар өсөн 25 процентҡа күберәк түләүселәр һөҙөмтәлә буш ҡул менән тороп ҡала. Хәҙер берәүҙәре туған-таныштарында йәшәһә, икенселәре башҡа агентлыҡтан ярҙам эҙләй. Йәш футболсы Илназ Жданов та  шундайҙар исемлегендә. Ижевскиҙан Өфөгә килгәс тә күсемһеҙ милек агентлығына мөрәжәғәт иткән егет хаталы аҙым яһауын таный.
Илназ Жданов, зыян күреүсе: «Был агентлыҡ тәҡдим иткән осһоҙ бүлмә менән ҡыҙыҡһындым. Килешеү төҙөлдө. Фатир хужаһы менән осрашыу ваҡыты ла билдәләнде. Ләкин ҡуртымға фатир биреүсегә  үҙем шылтыратҡас, ул көн һайын бүлмәне күрһәтеү ваҡытын кисектерә башланы. Минеңсә, был риэлтор хеҙмәте күрһәтеүселәрҙең алдау схемаһы».
Килешеү төҙөлгәндән һуң комиссия хаҡы түләргә кәрәк. Һуңынан ғына  ҡуртымға фатир  тәҡдим итеүсе  хужаларҙың телефондарын алырға мөмкин. Белгестәр шуны иҫтә тоторға саҡыра: етди компаниялар күрһәтелгән хеҙмәт өсөн аҡсаны эш тулыһынса башҡарылғас ҡына, йәғни клиент оҡшаған фатирын табып, ҡуртымсы менән уртаҡ килешеүгә килгәс кенә ала.
Валерий Шәрипов, юрист: «Ҡуртымға килешеү төҙөгәндә, түләү, милексе менән документҡа ҡул ҡуйылғас ҡына  башҡарылырға тейеш. Аҡса, түләүҙе раҫлаусы  документтар буйынса ғына тапшырыла».  
Беҙҙең ижади төркөм икенсе яҡтың – «Һинең ҡалаң» агентлығы вәкилдәренең аңлатмаһын да  алырға теләне. Ләкин бушҡа ғына!  Ойошманың бер ниндәй  алтаҡтаһы юҡ, ишектәр бикле ине. Шулай ҙа шаһиттар бар - бында яңыраҡ ҡына клиенттар ҡабул ителгән.
Фаягөл Хисмәтуллина, зыян күреүсе: «Бөгөн дәғүә белдереү ҡағыҙы ҡалдырырға барҙым. Сөнки улар миңә риэлтор хеҙмәтен тулыһынса күрһәтеп бөтмәне. Һәр клиент ингән һайын ишекте бикләүҙәре аптыратты. Хәүеф менән ҡарайҙар. Ун көн эсендә яуап ҡайтарырға тейештәр».
Был агентлыҡтан алданыусылар берләшеп, Өфөнөң Совет районы прокуратураһына коллектив ғариза яҙырға уйлай. Тағы ла көтөргә кәрәк. Шулай ҙа, йәштәр,  ғәҙеллек бар тигән фекерҙә. Улар мутлашыусыларҙың эшмәкрлеегнә сик ҡуйылырын көтә.  
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку