Урманда йәнә снарядтар шартланы

Урманда йәнә снарядтар шартланы 28.10.2015

Иглин районының Урман ауылында урынлашҡан элекке хәрби часть полигондарында миллиондан ашыу шартлатыу ҡоролмалары тирә яҡҡа һибелгән. Уларҙы юҡҡа сығарыу буйынса эш башланды. Снарядтарҙы хәүефһеҙ ысул менән шартлатып, утилгә ебәрәләр.

Белгестәр снарядтарҙы шартлатырға әҙерләй. Бында һәр аҙым алдан уйланыла. Ҡайһы бер шартлатҡыс ҡоролмалар өсөнсө дәрәжә хәүеф төркөмөнә инһә, ҡайһы берәүҙәре беренсе дәрәжәгә ҡарай. Мәҫәлән ошо снарядты урынынан ҡуҙғатырға ярамай. Сөнки уға тейгән осраҡта шундуҡ шартлауы ихтимал.
Снарядтар ике ысул менән юҡҡа сығарыла. Тәүгеһендә уларҙың тирә яғына дары һибелә. Дары янған саҡта, снарядтың эсендәге шартлатҡыс матдә лә янып бөтә. Ә  үтә хәүефле снарядтарҙы юҡҡа сығарыу өсөн ошондай түңәрәк шартлатҡыс  ҡулланыла. Уны снаряд эргәһенә урынлаштыралар. Электр заряды ебәргән осраҡта ул снарядты тишеп, ҡоролманың уртаһына инә. Һөҙөмтәлә шартлау көслө булмай. Уның тауышын белгестәр Урман ауылынында махсус ҡоролма ярҙамында теркәй.
Шартлатыу эштәре барған майҙан Урман ауылынан ике саҡрым алыҫлыҡта. Шуға ла белгестәр халыҡҡа борсолорға кәрәкмәй тигән фекерҙә. Шартлатыу үткәс, ике сәғәттән майҙанға кире киләбеҙ. Байтаҡ ваҡыт уҙыуға ҡарамаҫтан снарядтар эҫе, майҙанға дары еҫе таралған.
Полигонда һәр аҙым хәүефле. Сөнки шартларға әҙер снарядтар көтмәгән урында осрай. Ҡайһы берәүҙәре ергә күмелеп ҡалған.
Сергей Михальчук: «Хәрби припастарҙы юҡҡа сығарыу эштәре йәй миҙгелендә башҡарылмаясаҡ. Кипкән үләндең янып китеүе ихтимал.  Был бик хәүефле. Көҙөн һәм ҡышын һауа торошо яуым- төшөмлө булғанда, үлән дымланғанда ғына шартлатыу эштәре алып барыласаҡ».
Иң хәүефле һаналған снарядта тишек барлыҡҡа килгән. Унда шартлатҡыс матдәләр ҙә ҡалмаған. Дары ярҙамында зарарһыҙландырылған снарядтарҙың эсендәге шартлатҡыс матдә ап-аҡ төҫкә әйләнгән. Урман ауыл халҡы полигонда барған эштәргә ризаһыҙлыҡ белдерә. Бер нисә йыл буйы бер-бер артлы теркәлгән шартлауҙарҙан улар биҙеп бөткән. Снарядтарҙы юҡҡа сығарыу эштәре барған полигондың ауылдан ни бары ике саҡрымда булыуы күптәрҙе борсоуға һала.
Снарядтарҙы юҡҡа сығарыу буйынса эштәр 2018-се йылға тиклем планлаштырылған. Ауыл халҡы майҙандағы снарядтар мөмкин тиклем тиҙерәк юҡҡа сығарылып, тыныс тормош тураһында хыяллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика