Урау булһа ла юл яҡшы 04.11.2015

Белорет районында Магнитогорск яғына  йүнәлеүселәргә  ҡаланы урап үтеү мөмкинлеге биргән юл асылды.  Хәйер, яңы юл  ҡаланы ситләтеп  үтһә лә күптәр өсөн тура һанала. Уның аша йөрөүселәр ярты сәғәткә тиклем ваҡытын һәм байтаҡ арауыҡты ҡыҫҡарта ала. Шулай ҙа ул башлыса йөк автомобилдәре хәрәкәтен кәметеү өсөн төҙөлдө.

Хәҙер иһә транзит транспорты хәрәкәте Белоретҡа яҡын да бармаясаҡ. Өфөнән Магитогорск, Әбйәлил, Учалыға юлланыусылар Ҡаҙыш ауылын үтеү менән уңға  борола ала. Ни бары ун минут һәм Белорет ҡалаһы артта тороп ҡала. Ә быға тиклем водителдәргә ҙур ғына ырғаҡ яһарға тура килә ине. Яңы юлдан тәүге үтеүселәр уңайлыҡтарҙы баһалап та өлгөрҙө.
Белорет ҡалаһын ситләтеп үтеүсе юлдың оҙонлоғо 21 саҡырым. Төҙөүселәр  был арауыҡта тиҫтәгә яҡын торба һәм Буғанаҡ йылғаһы аша  күпер һалған. Абҙаҡ карьерынан 140 мең тонна таш һәм 40 мең тонна асфальт бетон ҡатнашмаһы ташылған. Төбәктең ҡырыҫ тәбиғәтен иҫәпкә алып юл һалыуҙа яңы технологиялар ҡулланылған.
Белорет ҡалаһын ситләтеп үтеүсе юл бер нисә йыл элек үк төҙөлә башлағайны. Ләкин 2010 йылда  юлдың беренсе өлөшө файҙаланыуға тапшырылды ла эш туҡтатылып торҙо. Федераль ҡаҙнанан йәлеп ителгән аҡсалар ғына мәсьәләне хәл итеү мөмкинлеге бирҙе, ти  юл төҙөүселәр.
Яңы юлдың сафҡа инеүен Белорет  халҡы ла күптән көтә ине. Ҡала уртаһынан йөрөүсе транзит транспорт беренсенән бысраҡ ташыһа, икенсенән автомобилдәр хәрәкәтендә көсөргәнешлектәр тыуҙыра. Иң мөһиме, ҙур йөк машиналарының ҡаланы ситләтеп үтеүе,  экологияны күпкә яҡшыртасаҡ, ти улар. Ҙур заводтар урынлашҡан Белорет өсөн был үтә лә әһәмиәтле.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика