Ураҙа байрамы төрлө быуын кешеләрен берләштереп изгелек, мәрхәмәтлек ҡылырға өндәй

Ураҙа байрамы төрлө быуын кешеләрен берләштереп изгелек, мәрхәмәтлек ҡылырға өндәй 05.07.2016

Бындай ғәмәлдәр һәр төрлө дин вәкилдәренә лә хас һәм аңлайышлы, тине Рөстәм Хәмитов Дим биҫтәһенең "Мәҙинә" мәсетендә үткән байрамда.  Республика етәксеһе  ғәйет намаҙында ҡатнашты, диндарҙар менән аралашты һәм мосолмандарҙы изге ай тамамланыуы  менән ҡотланы

Бер ай ашап-эсеүҙән тыйылып торғандан һуң мосолман халҡы ҙур табынға әҙерләнә. Ҡаҙан тулы былауҙар, тәм-том  бешерелә.  Ләкин һый-хөрмәтте күп әҙерләү ураҙанан ниһәйәт ҡотолдоҡ тигәнде аңлатмай, ти диндарҙар. Киреһенсә, ураҙа тотоу ислам диненә табыныусының мотлаҡ ҡыла торған  ғәмәле. Ураҙа ваҡытында асығыу ҙа кинәнес бирә, ти мосолмандар.

Ураҙа тотоу байрам ғәйетендә  ҡатнашыу өсөн шарт түгел. Изге намаҙға күңелендә ислам дине булған һәр кем килде. Төрлө сәбәптәр менән аҙыҡ-һыуҙан тотҡарлана алмағандар хәйер, саҙаҡа биреп, мохтаждарға ярҙам итеп, изгелек ҡылып та күңел йыуанысы, сауап ала.

Дим биҫтәһе мосолмандары шатлығын уртаҡлашырға республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов та килде. Байрам намаҙында ҡатнашҡандан һуң Башҡортостан башлығы мосолман халҡын изге Рамаҙан айы тамамланыуы менән тәбрикләне.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, дин дәүләткә йәштәрҙе тәрбиәләү, тыныслыҡ һәм татыулыҡты нығытыу, экстремизмға ҡаршы тороу кеүек  эштәрҙә  ярҙам итә. Дини байрамдар халыҡты берләштереү, тормошҡа ҡарата дөрөҫ ҡараш уятыу, эшһөйәрлек , кешеләргә һәм дәүләткә ихтирам тәрбиәләү йәһәтенән дә ҙур роль уйнай.
Ураҙа ғәйетенән һуң  мосолмандар байрам ашын тәмләп ҡараны.  Бер табында төрлө милләт вәкилдәренең бер туғандай һыйланыуы Ураҙаның тәрбиәүи көсөнә, сабырлыҡҡа, миһырбанлыҡҡа өйрәтеүенә тағы бер асыҡ  дәлил.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика