Ун ике cәғәт эсендә өлгөрөргә йәки штраф туҡталҡаһы мутлыҡтары

Ун ике cәғәт эсендә өлгөрөргә йәки штраф туҡталҡаһы мутлыҡтары 08.12.2015

Баш ҡалала йәшәүсе Николаевтар ғаиләһе дүрт көн буйына эвакуатор алып киткән автомобилен ала алмай интекте. Ул ғына ла ла түгел, ете мең түләп тороп штраф тотҡононан сығарылған машинаға кемдәрҙер бурға төшкән.

Николаевтарҙың автомобилен Булгаков ауылы эргәһендә хужалары булмаған ваҡытта алып киткәндәр. Эҙләй торғас ғаилә уны Амурская урамында урынлашҡан шәхси стоянкала таба. Һаҡсылар автомобилде ҡайтарырға ашыҡмай. Бар һорауҙар ҙа Карл Маркс урамындағы офис аша хәл ителә, тигәндәр.
Анна Николаева, автомобиль хужаһы: «Шәмбе ошо офисҡа килдек, ә ул эшләмәй ине. Йәкшәмбе лә ял иттеләр. Ә һаҡсылар беҙ хужаларһыҙ бер нимә лә хәл итмәйбеҙ, тиҙәр. Минеңсә, был махсус рәүештә, халыҡтан аҡса талау өсөн эшләнгән.  Штраф туҡталҡаһы тәүлегенә алты йөҙ һум ала».
Офисҡа дүшәмбе килеү ҙә Николаевтарға һөҙөмтә бирмәне. Нишләп автомобилде ваҡытында ҡайтармауҙарын, хатта юрист вазифаһын башҡарған кеше лә аңлата алманы. Бар ғәйепте һаҡсыларға япһарыуҙы хуп күрҙе.
Ләкин офиста булғандан һуң да һаҡсылар машинаны ҡайтарыуҙан баш тартты. Күрәһең, улар автомобиль хужаһы өсөн һумдар иҫәпләгән ваҡытты һуҙыу өсөн дә өҫтәмә аҡса ала.
Николаевтар Юл-патруль хеҙмәте полкы, штраф туҡталҡаһы һәм уның идаралығы араһында көнө буйы йөрөһәләр ҙә автомобилдәрен тотҡондан сығара алманы. Штпаф туҡталҡаһына улар шишәмбе көн генә инә алды. Һөҙөмтә ете мең һум аҡса һәм баһалап бөткөһөҙ ҡаҡшаған нервылар. Ләкин мәсьәлә бының менән генә хәл ителмәне. Николаевтар һаҡ аҫтында ултырған машиналарына бурҙар төшкәнен асыҡланы. Улар әйтеүенсә, салонда ҡалған планшет, аҙыҡ-түлек һәм автомагнитоланы алғандар.
Денис Николаев, автомобиль хужаһы: «Ишектәргә пломба ҡуйылғайны, әммә береһе асыҡ ҡалған. Һаҡсылар инеп соҡоноп йөрөгән. Магнитоланы урлап ҡуймаһындар тип беҙ алып ҡуйҙыҡ тинеләр. Штраф туҡталҡаһы булғас кем урлашырға тейеш һуң бында? Төпсөнә торғас бындай хәлдәрҙең йыш булғанын аңланыҡ. Эвакуацияланған автомобилдәрҙең тәгәрмәстәре, салондағы әйберҙәр ҙә юғала икән».
Юристар әйтеүенсә, штраф туҡталҡаһының был ҡылығын кешенең мөлкәтен талау тип баһаларға мөмкин. Идаралыҡ ял итһә  лә, стоянка мотлаҡ  эшләргә  һәм автомобилде ваҡытында ҡайтарып бирергә бурыслы. Ә урлашыу буйынса инде тәфтишселәр үҙ баһаһын бирәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку