Улар ҡаршылыҡтарҙы бер ниндәй ауырлыҡһыҙ үтә һәм баҫҡыс буйлап бейеклеккә уҡтай артыла

Улар ҡаршылыҡтарҙы бер ниндәй ауырлыҡһыҙ үтә һәм баҫҡыс буйлап бейеклеккә уҡтай  артыла 20.05.2015

Өфөлә янғын һүндереүселәр спорты буйынса республика чемпионаты бара. Беренселек өсөн  15 команда көрәшә. Улар араһында Һамар, Силәбе һәм Татарстан спортсылары бар.

Ике метрлыҡ ҡойманы үткәндән һуң ярышта ҡатнашыусыларға ҡулдарына янғын һүндереүҙә ҡулланылған ике шланганы тотоп бүрәнә аша үтергә, артабан уларҙы кәрәкле йүнәлешкә тоташтырып финишҡа йүгерергә кәрәк. Спортсыларға ҡатмарлы ошондай күнекмәне атҡарып сығыр өсөн ни бары 18 секунд ҡына талап ителә. Әлбиттә, ысынбарлыҡта ваҡыттың һәр минуты ҡәҙерле булған осраҡта ҡотҡарыусылар юғары етеҙлек күрһәтергә бурыслы. Шуға ла улар араһында республика чемпионатын ойоштороуға ҙур иғтибар бүленә. Быйылдан ярышта рәсми рәүештә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡатнаша ала. Өфөлә барған чемпионат өс көн дауам итә. Уның һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан йыйылма командаһы тупланасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку