Ул философ Сенека һүҙҙәрен үҙенә тормош девизы итеп алған

Ул философ Сенека һүҙҙәрен үҙенә тормош девизы итеп алған 28.08.2015

Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романына тәүге рецензия авторы... Ғүмере буйы эшләгән изге ғәмәлдәренән ҡартлығында мул емеш алыусы аҡһаҡал, яҙыусы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, отставкалағы подполковник Рамаҙан Нурғәле улы Ҡотошов.

Мин хөрмәт иткән аҡыл эйәһе - Сенека. Ул: «Был донъяла  ваҡыттан башҡа, бөтә нәмә беҙҙән тормай. Ваҡыт ҡәҙерле. Башҡалары, матди байлыҡ та, үтә торған әйбер, тигән. Кешенең ҡылығы уның яҙмышын билдәләй. Шуға ла ғүмерҙең ҡәҙерен белдем. Ваҡытымды һәр ваҡыт дөрөҫ бүлдем».
Туҡһанды артылған уҙаман үҙен әле лә хәрбиҙәрсә ыҫпай һәм төҙ тота. Уның шәхси китапханаһы өс өлөштән тора. Был кәштәләрҙә башҡорт, рус һәм донъя әҙәбиәте классиктары. Рамаҙан Ҡотошов  ҡәләмен  журналистикала һанай, тәржемә эшен дә үҙ итә. Ир уртаһы еткәс, философия фәненән кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Ҡулымдан бер ваҡытта ла китап төшмәне. Был минең китапханамдың өстән бер өлөшө генә.
Рамаҙан Ҡотошов Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романына тәүге рецензия яҙыусы. Шомло замандарҙа был эшкә ул намыҫы ҡушҡанға тотона.
Ишембай районы Ҡарайған ауылы егетенә Бөйөк Ватан һуғышының Орел-Курск йүнәлешендә фашистар менән айҡашырға тура килә. 24-се зенит-артиллерия дивизияһының 1349-сы полкында ул взвод командиры вазифаһында Рәсәй, Белорусия, Украина ерҙәрен азат итеүҙә, Германияның баш ҡалаһы Берлинды алыу һуғыштарында ҡатнаша. Ике тапҡыр яралана, контузия ала. Телдәрҙе белеү уға һуғышта ла ярҙам итә.  
Немецса һыу кеүек белгән, үҙҙәре азат иткән Европа илдәренең телендә аралаша алған хәрби офицерҙы әрмелә ҡалырға өгөтләйҙәр, генерал киләсәге юрайҙар. Әммә ул тыуған ерен һайлай. Ауылына ҡайта, әсәһенең көнитмешен еңеләйтә. Һуңынан Өфөгә килә. Яҙмышын баш ҡала менән бәйләй. Ғүмерлек мөхәббәтен дә ошонда  таба. Ғәлиә  Ғәзиз ҡыҙы менән 65 йыл бергә татыу ғүмер кисерәләр.
Ғәлиә менән Рамаҙан Ҡотошовтар нәҫеленән ун бишләп табип сыҡҡан. Улар араһында Башҡортостанда киң билдәлелек алғандары ла бар. Улар бөтәһе лә ғүмер көҙөнөң алтын алмаларын йыйыусы Ҡотошовтарҙан нур һәм илһам алып йәшәй. Әҙәбиәт йылында ла  Рамаҙан Нурғәле улы Ҡотошов  ижади эҙләнеүҙән туҡтамай. Яңы идеялар менән яна, китаптарының һигеҙенсеһен - яҙмыш  китабын яҙа.  
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку