Ул Бөйөк Ватан һуғышында дошманды бомбаға тотоусы самотеттар эшләүсе оҫта механик була 25.07.2017

Һауа һуғышында хәл иткес мәлдәрҙә һәр ваҡыт үҙенең кәңәштәре менән ярҙамға ашыға. Ә тыныс тормошта сәнғәт юлын һайлай. Тиҙҙән 99 йәшен туйлаясаҡ уҙаман Кәшфелғилем Ғәҙелшин әле лә сафта.

Уның шкафында дүрт миҙгел өсөн дә кейем-һалым етәрлек. Һәр бер осраҡ өсөн күлдәк-костюмдар һанының иҫәбенә тиҙ генә сыҡмаҫһын. Улар бөтәһе лә бөхтә, тәртип менән эленгән һәм үтекләнгән.Еңеү парадында кейә торған косюмы ғына орден һәм миҙалдары күплегенән ауырыраҡ. "Кейемгә ҡарап ҡаршылайҙар, аҡылыңа ҡарап оҙаталар", ти, уҙаман.

Тормош иптәше Фәриҙә Мәрүәновна Кәшфелғилем Файруша улының өҫтөнә саң ҡундырмай. Һәр сараға таҙа һәм үтекләнгән  өҫ-кейеме әҙерләй. Бөхтә һәм ыҫпай кеше менән егерме йыл бергә татыу ғүмер кисерә.

Кәшфелғилем Ғәҙелшин һуғыштан һуңғы тыныс тормошта сәнғәт өлкәһендә эшләй. Өфө һәм Ҡазан телевидение студияларын асыуға күп көс һала. Һуғыштан һуң тарҡалыу кимәленә еткән Ҡурсаҡ театрын яңынан тергеҙә. Ленинград, Мәскәү сәнғәт институттарынан, Горький училищеһынан актерҙар саҡырта. Ауырлыҡ менән яңы бина төҙөй, репертуар булдыра.Ғүмере буйы халыҡты шатландырып, ихлас хистәргә байытып йәшәй. Хаҡлы ялға сыҡҡас та төшөнкөләккә бирелеп ултырмай. Мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында булып, йәштәр араһында патриотик тәрбиә алып бара. Һуңғы шөғөлдәренең береһе - мода күрһәтеү. 99 йәшлек уҙаман Подиумда ла үҙен ышаныслы тота. Кәшфелғилем Ғәҙелшиндар быуыны тишек сабата һәм иҫке кейем кейеп үҫә, ә хәҙерге йәштәрҙең мода артынан ҡыуып, йыртыҡ салбарҙарҙа йөрөүенә ғәжәпләнә.

Ут-һыуҙарҙы үткән уҙаман бөгөн дә сафта. Ил уртаһында ҡайнап йәшәй. "Өлкән быуын матурлығы" конкурсында барыһын да һоҡландырҙы.Туҡһан туғыҙ йәшен туйлаясаҡ уҙамандың берҙән-бер теләге бар: ул да булһа фатирын бишенсе ҡаттан беренсе ҡатҡа алыштырыу. Был үтенес менән ул бер-нисә тапҡыр тейешле органдарға ла  мөрәжәғәт иткән, әммә әлегә һөҙөмтә юҡ. Ветерандың һуғыш яралары һәм өлкән йәше ошондай үҙгәрештәр талап итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика