Украинала һуңғы айҙарҙағы хәлдәргә бәйле, ҡыҙыу нөктәнән Рәсәйгә һәм шул иҫәптән Башҡортостанға ла күсеүселәр һаны арта 09.07.2014

Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ундайҙарға тәү сиратта ҡасаҡ йәки мәжбүри күсенеүсе статусы алыу өсөн Федераль миграция хеҙмәтенең төбәк органына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Ойошманың адресы: Өфө ҡалаһы, Красин урамы, 21-се йорт. Бәйләнеш өсөн телефондар: 8- 347 - 250-13-90 һәм 251-63-95. Рөхсәт ҡағыҙҙары алыусылар эшкә урынлашыу мәсьәләһе буйынса республиканың һәр район-ҡалаһында урынлашҡан Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәренә мөрәжәғәт итә ала. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында Украина мигранттары өсөн «ҡыҙыу линия» асылған. Уның телефоны: 8 (347) 218-06-41. Социаль ярҙам алыу мәсьәләләре буйынса Республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенә 8 (347) 223-52-29 телефоны буйынса шылтыратыуҙар алына . Әлеге мәлгә республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәктәренә Украинанан ҡайтыусы 21 кеше, шул иҫәптән 10 үҫмер мөрәжәғәт иткән. Биш бала социаль приютҡа урынлаштырылған. Республикала балалар өсөн ышаныс телефоны ла эшләй: 8-800-2000-122. Бөтә Рәсәй Ҡыҙыл тәре йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһендә Украина ҡасаҡтарына гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика