Учалы районында «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән ҡоралай атып алынған

Учалы районында «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән ҡоралай атып алынған 02.03.2017

Һунар итеү закон менән тыйылған ҡырағай йәнлекте 44 йәшлек ир атҡан. Браконьерҙы юлда полицейскиҙар туҡтата,  уның автомобилендә себер ҡоралайының түшкәһе табыла. Учалы район-ара прокуратураһы осраҡ буйынса енәйәт эше асҡан. Ир ғәйебен таныған һәм 60 мең һумлыҡ зыянды ҡаплаған. Эш мирауай судья ҡарамағына ебәрелгән.  

.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика