Учалы районында Халыҡ-ара Рәсәй-венгр археологик экспедицияһы бара

Учалы районында Халыҡ-ара Рәсәй-венгр археологик экспедицияһы бара 11.08.2016

Ҡалҡан күле янында 8-се быуатҡа ҡараған ҡурғандар табылған, боронғо ҡәберлектәр Силәбе өлкәһе, сит ил белгестәрендә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Тарихи мәғлүмәттәр буйынса, элек Башҡортостан биләмәһендә венгрҙарҙың ата-бабалары йәшәгән.

Экспедицияла ҡатнашыусыларҙы бер үк һорауҙар борсой. Башҡорт һәм мадъяр халҡының килеп сығышы, этнос булып формалашыуы, ҡайһы быуатта осрашыуҙары кеүек  мәсьәләләргә аныҡлыҡ индереү төп маҡсат итеп ҡуйылған. Ҡаҙыу эштәре әлегә бер ҡурғанда ғына бара, ун дүрт көн эсендә археологтар балсыҡҡа тиклем төшөргә ниәтләй.
Учалылағы ҡурғандар  хаҡында ғалимдар «ҡара ҡаҙыусылар» аша белеп ҡала. Ҡыҙғанысҡа, боронғо ҡәберлектә күп ҡомартҡылар инде юҡ, интернет аша һатыуға сығарылыуҙары билдәле. Шулай ҙа бер нисә көн эсендә генә башҡорт, венгр археологтары бай материал туплап өлгөрә. Әйткәндәй, Ҡалҡан күле буйында бындай  Халыҡ-ара экспедициялар йыл һайын ойошторолоп торасаҡ.
Агнеш Фуреди, археолог  /Венгрия/: "Был экспедицияның ойошторолоуы хаҡында Башҡортостан белгестәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән археолог Атилла Тюрк хәбәр итте. Беҙ Урал менән Венгрия араһындағы бәйләнеште асыҡларға теләйбеҙ, тарихи ҡомартҡыларҙы өйрәнеү ыңғай  һөҙөмтә бирер тигән ышаныстамын".

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика