Һуғыш ветерандары оло юбилейҙарын билдәләй 02.04.2015

Ошо көндәрҙә 2-се Украина фронты составында Днестр, Дунай йылғаларын кисеп үткән, Венгрия, Австрия ерҙәрен азат итеүҙә ҡатнашҡан яугир-фронтовик, Баймаҡ районында йәшәүсе Әнүәр Уйылдановҡа ла  90 йәш тулды. Хөрмәтле ветеранды.

Әнүәр Сафа улы һуғышҡа ун ете йәшендә алына. Тоцк ҡалаһында снайперҙар мәктәбен үткәндән һуң ул һуғышҡа оҙатыла. Тәүге яу һынауын ул Украинаның Черкасс ҡалаһында үтә. Артабан Украина, Молдовия, Венгрияның тиҫтәләрсә ауыл-ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Будапешт һәм Австрияның Вена ҡалаларын алыу өсөн көрәшә. Әнүәр Сафа улы һуғыштан тик 50-се йылдың июнендә генә әйләнеп ҡайта. Ошо айҙа уҡ ул Баймаҡ ҡорос ҡойоу заводына эшкә урынлаша.
Светлана Медведева, профком рәйесе урынбаҫары: «Әле беҙҙең заводта эшләгән дүрт ветеран иҫән. Әнүәр Сафа улы шуларҙың береһе. Беҙ уларҙы иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ. Ветерандар өсөн иң мөһиме - күңел йылыһын тойоп йәшәү».
Әле ветерандың һаулығы ныҡ ҡаҡшаған. Һуңғы айҙарҙа аяғына баҫа алмай. Ҡыҙы менән кейәүе ҡартлыҡ көнөндә уның иң ҙур терәк-таянысы.
Оло йәштә булһа ла әле үҙ аяҡтарында ныҡлы баҫып атлаған ветеран Ғәйзула Әблүзин шулай уҡ ҡорҙашын тыуған көнө менән ҡотларға килгән.         
Әнүәр Уйылданов икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены, ике мәртәбә Ҡаһарманлыҡ өсөн һәм Будапешт, Вена ҡалаларын азат итеү өсөн  миҙалдары менән наградлана. Һуғыштың утлы өйөрмәһен үҙ иңендә кисергән яугир-ветеранды юбилейы менән ҡотлап, ҡала хакимиәте, ветерандар советы һәм башҡалар ҙа килә, дәүләт телеграммалар тапшыра.
Мәрйәм Байрамғолова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика