Һуғыш башланғас, Ырымбур өлкәһе Новосергеевка районының Ғүмәр, Ҡотош, Ҡараяр ауылдарынан 15-шәр йәшлек кенә ун бер ҡыҙҙы Плешан МТС-ның Озерки ауылында тракторсылар һәм комбайнсылар курсында уҡыталар

Һуғыш башланғас, Ырымбур өлкәһе Новосергеевка районының Ғүмәр, Ҡотош, Ҡараяр ауылдарынан 15-шәр йәшлек кенә ун бер ҡыҙҙы Плешан МТС-ның Озерки ауылында тракторсылар һәм комбайнсылар курсында уҡыталар 09.05.2015

Өс ай уҡығандан һуң улар 1943 йылдың апрелендә беренсе тапҡыр бураҙнаға төшә.

Ҡотош ауылының «Сәлимәкәй» ҡатын-ҡыҙҙар фольклор ансамбле тракторсы ҡатын-ҡыҙҙар тураһында йыр йырлай.
Өс ауылдың барлығы 11 тракторсы ҡыҙы араһынан бөгөн бер генә тыл ветераны иҫән ҡалған. Ул - Харьков трактор заводында сығарылған керәсин менән эшләүсе, халыҡ «ХТЗ» тип йөрөткән, тәгәрмәсле тракторҙа эшләүсе Мәсүрә Күсәрова.
16 йыл тракторсы булып эшләгән ул. Өс йыл бригадир вазифаһын башҡара. Тракторҙар ватылһа, уның частарын атҡа артмаҡлап, һыбай Озеркиға МТС-ҡа китә инек. Өҙәрем юлда Соран йылғаһында саҡ батмай ҡалған саҡтары ла, далала бүреләр менән осрашҡан мәлдәре лә була. Әммә, Еңеүгә ышаныс йәшәтте, ти ул.
Ҡотош ауылынан һуғышҡа 131 ир-егет алына. Уларҙың 64-е яу яланында батырҙарса һәләк була. Еңеү көнө алдынан был ауылда  КА - 50 хәрби вертолеты конструкторҙарының береһе, хәрби авиация подполковнигы Вил Ишбулатовтың иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.
Юғары хәрби һәм осоу сифаттары өсөн «Ҡара акула» атамаһын алған был вертолет әлеге заманда ла Рәсәй оборонаһының көслө хәрби берәмеген тәшкил итә. Ырымбурҙар Бөйөк Еңеүҙе яулауға һәм Рәсәйҙең тыныслығын тәьмин итеүгә үҙҙәренең фиҙаҡәр көсөн һалған өсөн Бөйөк байрамды юғары кәйеф күтәренкелеге менән ҡаршылай.
Рәшиҙә Ишембәтова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку