Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә тоҡомло бал ҡорттарының юҡҡа сығыуы күҙәтелә

Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә тоҡомло бал ҡорттарының юҡҡа сығыуы күҙәтелә 27.04.2015

Республикала башҡорт балы брендын барлыҡҡа килтереүсе урта-рус тоҡомло нескәбилдәр йыш ауырыуҙарға бирелә, ҡыш сыға алмай, тип яр һала, Башҡортостан фәндәр академияһы ғалимдары.  

Башҡортостан фәндәр академияһында бөжәктәрҙе тикшереү буйынса махсус лаборатория эшләй. Бында ғалимдар  республикала үрсегән бал ҡорттарын да өйрәнә. Ике ҡумтала, урта-рус һәм карпат тоҡомдары үрсетелә. Уларҙың ғүмер оҙонлоғо, үҙенсәлектәре һәм үҙ-ара ярашыуы тикшерелә. Был ғилми тикшеренеүҙәр барышында шуныһы асыҡланған - ике тоҡом бергә ҡушылғанда улар көсһөҙләнә, юҡҡа сыға бара.
Был тикшеренеүҙәр бал ҡорттарын һаҡлап алып ҡалырға ярҙам итәсәк. Икенсе өлкәләрҙән ингән ауырыуҙарҙы ла кисектереү, уларға ҡаршы дарыуҙар уйлап сығарыуға ла нигеҙ булып тора улар.
Бынан тыш, әле дәүләт йыйылышы -Ҡоролтайҙа яңы закон проекты ҡарала. Уның буйынса Башҡортостанға сит өлкәләрҙән ауырыу бал ҡорттарын индереү тыйыласаҡ. Шулай уҡ умартасылыҡты контролдә тотоусы махсус ойошма булдырыу ҙа күҙ уңында.
90-сы йылдарҙа республикаға сит тоҡомло бал ҡорттары индереү бөтөнләй тыйылған була. Ләкин 14 йыл элек закон ғәмәлдән сыға. Уның кире яҡтары шундуҡ һиҙелә башлай. Ә бөгөн таҙа тоҡомло бал ҡорттары республиканың 4-5 районында ғына һаҡланып ҡалған. Проблеманы бар умартасылар ҙа бергә ҡушылып ҡына хәл итә аласаҡ, тигән фекерҙә ғалимдар.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку