Һуңғы арала интернет киңлектәрендә борсоулы хәбәр таралды

Һуңғы арала интернет киңлектәрендә борсоулы хәбәр таралды 23.02.2015

Йәнәһе лә, билдәһеҙ кешеләр балаларға организмда күнегеү барлыҡҡа килтереүсе һағыҙ тарата. Уны бер тапҡыр сәйнәүселәрҙә бәйлелек барлыҡҡа килә. Ә икенсегә инде һағыҙҙы һатып алырға, йә иһә дуҫыңды ылыҡтырырға тәҡдим итәләр.

Спайс - үлем  һүҙенең синонимына әйләнде. Төрлө синтетик матдәләрҙән торған тартыу ҡатнашмаһы менән илдә уҙған йылдың көҙөнән алып ҡына йөҙҙәрсә кешенең   ағыуланыуы,  ғәрип ҡалыуы, һәләк булыуы билдәле. Һәм бына тағы.
Интернет киңлектәре спайсты һағыҙ эсенә төрөп   таратыу хаҡындағы хәбәрҙәр менән тулды. Бигерәк тә «Бәйләнештә» сайтында -  «Һаҡ булығыҙ! Спайс  менән эшләнгән һағыҙҙарҙы мәктәптәр эргәһендә балаларға тәҡдим итәләр. Бер дозанан һуң организм наркотикка күнегә. Икенсеһен биш йөҙ һумға  тәҡдим итәләр, йә уны  ҡулланыусы  дуҫын алып килергә тейеш» -  тигән   иғлан пәйҙа булды.  
Гөлшат Вәлиева, әсә: «Әлбиттә, ундай иғландар аптырата. ,,Бәйләнештә" сайтында  күрҙем. Улым мәктәптән эсе ауыртып ҡайтҡайны, шунда уҡ Интернеттағы ошо хәбәр иҫкә төштө. Ҡурҡыта инде, ғәзиз балаң өсөн…»
Ҡурҡыныс иғланда был хәлдең күрше Татарстанда булыуы күрһәтелгән. Хәүефле хәбәр интернет киңлектәрендә йәшен тиҙлегендәй таралды. Ата-әсәләрҙең балалары өсөн хәүефләнеүе юҡҡа түгел. Спайс менән ағыуланған уҡыусыларҙы дәрестән  дауаханаға алып китеү осраҡтары Һамар һәм Пермь ҡалаларында теркәлде.
Үлем менән һатыу итеүселәр аҡса эшләү маҡсатында ниндәй генә юлға бармай.  Күптән түгел генә тәү ҡарашҡа үтә хәүеф тыуҙырмаған тартыу үләндәре лә көслө наркотиктар исемлегенә индерелде. Һағыҙ рәүешендә лә наркотиктар барлыҡҡа килмәҫ тимә.  Шулай ҙа тилерткес матдәләрҙең был төрө ысынлап та булыу-булмауы тураһында аныҡ ҡына мәғлүмәт юҡ.
Константин Максимов, наркотиктар әйләнешен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы бүлеге етәксеһе: «Беҙ Татарстандағы   хеҙмәттәштәребеҙҙән  ҡыҙыҡһындыҡ. Уларҙа спайслы һағыҙ таратыу осраҡтары теркәлмәгән. Был мәғлүмәт Башҡортостанда ла раҫланманы. Беҙ  уҡыусылар, йәштәр араһында аңлатыу һәм  профилактик эштәр алып барабыҙ.  8-800-347-20-30 һандары буйынса  Ышаныс телефонына шылтыратып  наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше хаҡында хәбәр итергә мөмкин».
Тимәк, ығы-зығы тыуҙырған хәбәрҙең интернетта аҡса эшләүселәр өсөн өҫтәмә килем сығанағы булыуы ла ихтимал. Виртуаль донъяла һин индергән мәғлүмәтте ни тиклем күберәк ҡарайҙар шул тиклем килем алыу ҙа мөмкин. Шуға күрә хәбәр күберәк таралһын өсөн кешенең күңеленә үтеп инерлек төрлө имеш-мимештәр уйлап сығаралар.
Йыш ҡына бындай спамдарҙы шәхси мәғлүмәткә инеү өсөн дә ҡулланалар. Һин ҡыҙыҡһынған мәғлүмәттең асылыуы менән компьютерыңдың йоҙаҡтары ла ватыла. Һөҙөмтәлә төрлө вирустар инә. Психологтар Интернет биттәрендә үҙәкте өҙөрлөк ниндәй генә мәғлүмәт булмаһын айыҡ аҡыл менән эш итергә саҡыра.  
Тимәк,  күптәрҙе ҡурҡыуға һалған  иғлан ялған булып сыға. Һәр хәлдә беҙҙең республикала бындай хәлдәрҙең ысынлап та, теркәлгәне ишетелмәне.
Шулай ҙа, тынысланырға ярамай. Үлем менән кәсеп итеүселәр уны таратыуҙы сикләгән һайын яңынан-яңы алымдар  уйлап сығара. Һаҡланғанды һаҡлармын, тигәндәй, һәр  ата-әсәгә үҙ балаһына иғтибарлыраҡ булыу, уның  шөғөлдәре, буш ваҡытын нисек үткәреүе менән ҡыҙыҡһынып тороу ҡамасауламаҫ.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку