Тыштан ялтырай, эстән ҡалтырай

Тыштан ялтырай, эстән ҡалтырай 30.07.2014

Өфөнөң Кадомцевтар урамында урынлашҡан ятаҡта йәшәүселәр торлаҡ-коммуналь хеҙмәткәрҙәрҙең битарафлығына ризаһыҙлыҡ белдерә. Бүлмә хужалары дымлы, елләтелмәгән бүлмәләрҙә йәшәргә мәжбүр. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт иткәндән һуң, ҡайһы бер бүлмәләрҙә ремонт эшләнгән. Әммә стеналар һарғайып, бәшмәк баҫҡан.

Гөлшат Глиевая Кадомцевтар урамында урынлашҡан ятаҡта 2001 йылдан йәшәй. Ошо ваҡыт эсендә йортта бер тапҡыр ҙа төҙөкләндереү эштәре үтмәне. Һауа дымлы, йыуыныу бүлмәһенә инерлек тә түгел, бүлмәләрҙә еҫ бик насар, тип зарлана ханым.
Бүлмә хужалары йылдар буйы йыйылған проблемаларҙы тыныс ҡына һөйләй алмай. Уларҙың таҙа, уңайлы торлаҡта  йәшәгеһе килә. Ҡайһы бер бүлмәләр үтә хәүефле тип атарға мөмкин. Душтағы электр  үткәргестәр әрселгән, ә дүртенсе ҡатта иҙән емерелеп төшә башлаған.
Ятаҡта душтағы дымлылыҡтан стеналар һарғая башлаған. Был стенаның ошондай хәлдә булыуын бүлмә хужаһы Екатерина Александровна душтан күтәрелгән парҙан күрә. Бында ремонт та уҙғарылған, ләкин бер ни тиклем ваҡыттан стена һарғайып, бәшмәктәр баҫҡан.
Коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре  ятаҡтағы проблема менән яҡшы таныш. Душтағы саманан тыш юғары дымда улар йорт хужаларын  ғәйепләй. Ятаҡта йәшәүселәр рөхсәтһеҙ, бүлмәләрендә һыу торбаларын алмаштырған. Ҡуйылған торбаларҙың диаметры  тап килмәгәнгә, көслө баҫымды күтәрә алмағанлыҡтан ул йыш шартлай. Шуға ла ныҡ еүеш, тигән фекерҙә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре.  
Коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре тыштан йорт торбаларын алмаштыра башлаған. Ләкин уның ни тиклем һөҙөмтәле  булыуын ваҡыт күрһәтәсәк. Мәсьәләне тулыһынса хәл итер өсөн йортта капиталь ремонт уҙғарыу зарур. Ҡыҙғанысҡа, мәсьәлә финанс сығымдарға барып тоташа. Тимәк, ятаҡ хужаларына 2016 йылға планлаштырырған капиталь ремонтты көтөүҙән башҡа сара юҡ, күрәһең....

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку