Тырыштарға - дәүләт наградалары

Тырыштарға - дәүләт наградалары 09.10.2015

Хеҙмәт һөйгән һөнәр эйәләренең көндәлек эше дәүләт иғтибарынан ситтә ҡалмай. Бөгөн дә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Алты тиҫтәнән ашыу кешенең хеҙмәттәге фиҙаҡәр ҡаҙанышы ордендар, почет грамоталары һәм маҡтаулы исемдәр менән баһаланды.

Үзбәк Ғосмановтың иң ҙур байлығы - фәнни китаптар. Ғалим ғүмере буйы ауыл хужалығы тармағын өйрәнеү менән шөғөлләнә. Әле лә ғилми эштәр яҙыуын, ғалимдар әҙерләүен дауам итә. Арыу-талыу белмәй оҙаҡ йылдар тыуған республикаға хеҙмәт иткәне өсөн Үзбәк Ғосман улы Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Юғары дәүләт наградаһын уға Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тапшырҙы.  
Рөстәм Хәмитов бүләкләнеүселәрҙе  тәбрикләп, тәү сиратта оло байрам - Республика көнө менән ҡотланы. Башҡортостан был байрамды лайыҡлы ҡаршы ала һәм был уңыштар тап һеҙҙең көндәлек эшегеҙ,  тынғыһыҙ хеҙмәт емешегеҙ. Төрлө тармаҡтарҙа эшләһәгеҙ ҙә һеҙҙе һөнәри оҫталыҡ, яуаплылыҡ һәм хеҙмәткә тоғролоҡ кеүек күркәм сифаттар берләштерә, тине Рөстәм Хәмитов.  
Юғары баһаға  лайыҡ булыусылар араһында етәкселәр ҙә, ябай эшселәр ҙә, нефтселәр ҙә, уҡытыусылар ҙа,  сәнғәт вәкилдәре лә бар.
«Башҡортостан   алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәновҡа, «Халыҡтар дуҫлығы» ордены Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Наил Ғатауллинға тапшырылды. Шулай уҡ бер төркөм хеҙмәт алдынғылары Республиканың Почет грамотаһы, маҡтаулы исемдәр менән бүләкләнде.
Тырыш кешеләрҙең фиҙаҡәр хеҙмәте һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Бөгөн дә алты тиҫтәнән ашыу кеше Рөстәм Хәмитов ҡулынан юғары дәүләт наградалары алды. Әлбиттә, күркәм сараның республиканың төп дәүләт байрамы алдынан  үтеүе айырыуса әһәмиәтле, ти бүләкләнеүселәр. Сөнки уларҙың барыһы ла төбәк үҫешенә, уның имен киләсәгенә тос өлөш индерә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку