Тырыш хеҙмәткә - лайыҡлы баһа

Тырыш хеҙмәткә - лайыҡлы баһа 29.05.2015

Бөгөн Республика Башлығы бер төркөм  хеҙмәт алдынғыларына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы.  Бүләкләнеүселәр араһында төрлө  һөнәр эйәләре бар -  ауыл хужалығы эшсәндәре, сәнәғәт тармағы вәкилдәре, табиптар,  ғалимдар. Уларҙың бөтәһен дә  уртаҡ сифат  бәйләй, үҙ эшеңде яратыу,  республиканың  ныҡлы киләсәге хаҡына арымай-талмай хеҙмәт итеү.  

«Эстония хәтерләй».  Өс тиҫтә йылдан ашыу сит тарафта йәшәүсе яҡташыбыҙ - Флүзә Хәйруллинаның тыуған иленә  һөйөүе ошо ижад емешендә сағыла.  Баҫмала Салауат Юлаевтың тормош юлы тураһында мәҡәләләр, Тарту ҡалаһының халыҡ архивы материалдары, батырҙың шиғырҙары һәм Мостай Кәримдең «Салауат» трагедияһы эстон һәм рус телдәрендә бирелгән.  Сит тарафта милли батырыбыҙ рухын мәңгеләштереүгә күп көс һалыусы яҡташыбыҙ уның исемендәге  орден менән бүләкләнде.
Салауат Юлаев ордены кавалерҙары бөгөн тағы икәүгә артты. Был юғары исемгә республика халҡына яҡшы таныш сәхнә оҫтаһы, виртуоз баянсы Редик Фәсхетдинов та лайыҡ булды. Тантанала шулай уҡ Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың маҡтаулы исемдәре танытмалары, Почет грамоталары һәм наградалары тапшырылды. Республика етәксеһе  залға йыйылыусыларҙы тәбрикләп, һеҙ йәмғиәттең маяҡтары, тип белдерҙе. Халыҡҡа, айырыуса, йәш быуын өсөн, һеҙҙең эшһөйәрлек һәм илһөйәрлек тойғолары үрнәк, тине Рөстәм Хәмитов.
Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре, төрлө быуын, милләт вәкилдәре  бар.  Әммә осраҡлы кешеләр юҡ.  Уларҙың барыһы ла үҙ эшенең оҫталары.
Бүләкләнеүселәр әйтеүенсә, юғары наградалар башҡарылған эштәргә баһа  ғына түгел, яңы баҫҡыстарға этәргес тә.  Тимәк, уларҙың исемдәре, ҡаҙаныштары Башҡортостан йылъяҙмаһында тағы балҡыясаҡ әле.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку