Тырыш хеҙмәткә - лайыҡлы  баһа 27.11.2014

Бөгөн бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды.

Бүләкләнеүселәрҙе Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе  Сергей Молчанов тәбрикләп, һеҙ төрлө өлкәлә  эшләйһегеҙ, әммә барығыҙҙы ла  һөнәри оҫталыҡ, яуаплылыҡ,  илһөйәрлек тойғолары бәйләй һәм тап  һеҙҙең тырышлығығыҙ республиканың социаль-иҡтисади күрһәткестәр буйынса  илдә алдынғы урын биләүенә  булышлыҡ итә тип билдәләне.  Дәүләт наградалары  дүрт тиҫтәгә яҡын кешегә тапшырылды. Улар араһында төрлө өлкә, төрлө һөнәр вәкилдәре бар. Уҡытыусылар, табиптар,  водителдәр, фән һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре.  Бүләкләнеүселәр юғары баһаны  артабан да тырышып эшләп, уңыш-ҡаҙаныштарға өлгәшеү өсөн этәргес тип ҡабул итә.  Сөнки туҡталып ҡалмағанда ғына юғары һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин. Ә  Башҡортостандың яҡты киләсәге һәр бер кешенең фиҙаҡәр хеҙмәтенән үрелә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика