Туймазы ҡалаһында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Миңлеғәзим Ярышевтың ғаиләһендә бер юлы ике тантана 23.04.2016

Күптән түгел генә ул үҙенең 90 йәшен билдәләгән. Тормош иптәше  Тәҡсимә Сәфиулла ҡыҙы менән бергә йәшәүҙәренә лә 65 йыл. Юбиляр ғаилә  исеменә  Рәсәй Президентынан ҡотлау телеграммаһы килгән. Ветерандарға торлаҡ программаһы аша уларға бөтә уңайлыҡтары булған фатир бирелгән.

Улар быуыны хәҙерге йәштәр кеүек бер йыл ғына хеҙмәт итмәй. Миңлеғәзим Ярышевҡа хәрби бурысын ете йыл  үтәргә тура килә. Өс йыл иң ауыр ҡан ҡойош  барған территорияларҙа һуғыша.
Миңлеғәзим ун ете йәшендә хәрби хеҙмәткә алына. Туймазы районы Мантал ауылында тыуып үҫкән егет Белоруссия фронтында контрразведкала хеҙмәт итә. Минск өсөн  барған аяуһыҙ алыштарҙа ҡаты яраланып контузия ала. Оҙаҡ ҡына госпиталдә дауаланғандан һуң, яңынан яуға китә. Һуғыштағы батырлығы өсөн тиҫтәләгән орден-миҙалдар менән бүләкләнә.
Миңлеғәзим Ҡотлояр улы яҙмышынан уңа. 1950 йылда хәрби хеҙмәтен тултырып тыуған яҡтарына ҡайта. Тирә-яҡта оҫта киномеханик булараҡ абруй ҡаҙана. Уңған, баҫалҡы ҡыҙ Тәҡсимә  менән яҙмышын бәйләй. Тормош иптәше Тәҡсимә Сәфиулла ҡыҙы менән 65 йыл бергә бәхетле, татыу ғүмер кисерә улар. Биш балаға матур тәрбиә биреп оло тормош юлына сығаралар.
Ауыл хужалығы техникумында умартасыға уҡыусы Тәҡсимә Ярышеваға  һөнәре буйынса эшләргә тура килмәй. Әммә һуғыштан һуң илде аяҡҡа баҫтырыу йылдарында ул бөтә ауыр эштәрҙә ҡатнаша: сөгөлдөр үҫтерә, мал ҡарай.  Ғүмере заяға үтмәгәненә һөйөнә. Хәҙерге йәштәр ҙә хеҙмәт тәрбиәһе алһын, ҡара эштән ҡурҡмаһын тип теләй. Тәҡсимә Сәфиулла ҡыҙының күңеле балалары бергә йыйылғанда ғына моңлана. Сабыр, мөләйем ханым, бәхет сере - бер-береңде хөрмәт һәм тәрбиә итеүҙә, тигән фекерҙә.
Балаларына аҡыллы, төплө кәңәштәр биреп, уларҙы бергә туплап йәшәй Тәҡсимә менән Миңлеғәзим  Ярышевтар. Илебеҙҙә атҡан тыныс таңдарға шөкөр итеп, киләсәк быуындар беҙ татыған  ауырлыҡтарҙы күрмәһен, тип теләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика