Туймазы ҡалаһында иҫерек водителдең йәйәүлене төкөтөүе фажиғәле тамамланды

Туймазы ҡалаһында иҫерек водителдең йәйәүлене төкөтөүе фажиғәле тамамланды 20.09.2014

Эскән килеш руль артына ултырған ир тәүҙә юл аша сығып барыусы ҡатынды бәрҙерә, һуңынан авария урынын ташлап киткән ваҡытта  17 йәшлек егетте тапата.  Һөҙөмтәлә йәйәүле үлемесле яра ала, ә ҡатын дауаханаға оҙатыла.

Уҙған төндә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре  республикала 150-нән ашыу иҫерек водителде туҡтатты. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре үҙҙәрен айыҡ тип белдерһә лә, тикшереү һөҙөмтәләре киреһен иҫбатланы. Бәғзеләре саманан тыш ҡыҙыулығы менән айырылып торҙо.  Инспекторҙар әйтеүенсә, Башҡортостанда  «Иҫерек водитель» рейды даими ойошторолоп тороуға ҡарамаҫтан эскән килеш руль артына ултырыусылар кәмемәй. Бөгөн төндә Стәрлетамаҡта ғына ошондай 33 кеше туҡтатылды. Мәҫәлән, тикшереү һөҙөмтәләре ҡырын төшөрөп алған был ирҙең ҡанында 0,8 промиль спиртлы эсемлек булыуын асыҡланы. Шуға ҡарамаҫтан ул ҡатынын  һәм бәләкәй балаһын ултырытып юлға сыҡҡан. Законды һанға һуҡмаған өсөн  ул хәҙер оҙайлы ваҡытҡа   водитель таныҡлығынан мәхрүм ителеп, 30 мең һум күләмендә штраф түләйәсәк.   Бынан тыш, полиция хеҙмәткәрҙәренән ҡасырға маташыуы өсөн дә уны административ яза көтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку