Туҡталыш бар, автобус юҡ 30.11.2016

Өфөнөң Орджоникидзе районы Тимашев ауылында йәшәүселәрҙең һәр иртәһе  автобус көтөүҙән башлана. Транспорт көтөп тә, көтөп ала алмаған халыҡ ярҙам һорап беҙҙең редакцияға мөрәжәғәт итте.

«Мәктәп» туҡталышы эргәһендә йәшәүселәр иртә һайын автобус көтөүҙән ялҡҡан. Маршрут буйынса «Башавтотранс» ойошмаһының 15-се һан буйынса ҙур автобустары йөрөргә тейеш. Тик уларҙың ваҡытында килеү-килмәүе бер кемгә лә мәғлүм түгел.  
Иртәнсәк эшкә ашыҡҡан халыҡты аңларға була...Графикка ярашлы, автобустар бында сәғәт һайын йөрөргә тейеш. Әммә урындағы халыҡ әйтеүенсә, уларҙы көнө буйы көтөүҙән дә файҙа юҡ.
Аптыранған халыҡ компанияның диспетчерына ла  шылтыратып ҡарай. Яуап бер: автобус боҙолдо, йә транспорт етмәй. Расписание буйынса маршрут көнөнә ун тапҡыр килеп урарға тейеш тә бит. Ләкин автобустар был яҡҡа юлды онотҡан, ахыры. Ҡаланан ете саҡрым алыҫлыҡта ятҡан ауылдан сығыу, үҙе бер бәлә, ти урындағы халыҡ. Ярай әле, шәхси автобус маршруттары йөрөй. Тик билдәле, был төр транспортҡа юл хаҡы ҡиммәтерәк, йөрөүе уңайһыҙ, студенттар, пенсионерҙар льгота менән файҙалана алмай.
Мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләп, беҙҙең редакция «Башавтотранс» предприятиеһына мөрәжәғәт итте. Хеҙмәткәрҙәр автобустарҙың йөрөү ваҡытын контролгә алдыҡ, тип билдәләне
Надир Сәмиев , «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы филиалы директоры: «На данный момент, после вашего сигнала, данный маршрут взят мной лично на контроль и  все 13 рейсов выполнятся будут в полном объеме».
Тимашев ауылы халҡына ҡалаға юл йөрөү яйға һалыныр тип көтөлә. Расписание буйынса хәрәкәт итәсәк

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика