Тротуар һәм урамдар, транспорт туҡталыштары ҡарҙан таҙартылып өлгөрөлмәүе һөҙөмтәһендә йәйәүлеләргә хәрәкәт итеү ҡатмарлаша

Тротуар һәм урамдар, транспорт туҡталыштары ҡарҙан таҙартылып өлгөрөлмәүе һөҙөмтәһендә йәйәүлеләргә хәрәкәт итеү ҡатмарлаша 13.01.2016

Боҙлауыҡта тайып, аяҡ ҡулдарын имгәтеүселәр ҙә бихисап. Ҡыш коммуналь хеҙмәттәр өсөн тынғыһыҙ осор. Көндә тиерлек меңдәрсә кубометр ҡар таҙартыла.  Ә ҡар өйөмдәре ҡайҙа сығарыла һуң?

Тәбиғәт күренештәре менән коммуналь хеҙмәттәр һөҙөмтәле көрәшә. Баш ҡала урамдары ярайһы уҡ яҡшы таҙартыла. Хәҙер иһә был ҡар өйөмдәрен  юҡ итеү  мәсьәләһе килеп тыуа. Өфөнөң бер районында ғына ике меңдән ашыу кубометр ҡар сығарыла.
Ҡар сығарыу өсөн баш ҡаланың һәр районы махсус полигон ойошторған. Бында көнөнә йөҙөрләгән йөк автомобиле ҡар өйөмдәре ауҙара. Рөхсәт ителгән булһа ла был полигондарҙы экологик яҡтан хәүефһеҙ, тип әйтеү мөмкин түгел. Яҙ етеү менән бысраҡ  һыу Ағиҙелгә ағып төшәсәк. Уның ҡарауы, Өфөнөң ҡар иретеү үҙәге яртылаш буш тора тиерлек. «Өфөводоканал» төҙөгән ҡоролма тәүлегенә 250 йөк машинаһы ҡабул итә ала. Ләкин ҡарҙы заманса шарттарҙа утилләштерергә теләгәндәр унауҙан да артмай.
Ҡарҙы бында ла ергә түгәләр. Ләкин ул ике минут эсендә генә ер аҫтына китеп юғала. Рәшәткә аша төшкән боҙ киҫәктәре  эҫе һыу ярҙамында иретелә.
Артур Нурғәлиев, тоннелдәр участкаһы етәксеһе: «Ер аҫтында эҫе һыу ҡаҙанлыҡтары бар. Ирегән ҡар канализация буйлап һыу таҙартыу ҡоролмаларына барып эләгә. Тулыһынса таҙартылғандан һуң ғына кире сығарып түгелә. Тиҙ һәм уңайлы ла... Тәбиғәткә бер ниндәй ҙә зарар килтерелмәй».
Бындай ҡар иретеү ҡоролмаһы тотош республикаға берәү генә. Уныһы ла һәр кем файҙалана алырлыҡ түгел. Ҡарҙы иретеү өсөн аҡса түләргә кәрәк.
Уның ҡарауы, бысраҡ ҡарҙы бушлай ғына һыуға һалыусылар күп. Ағиҙел ярында  рөхсәтһеҙ полигондар барлыҡҡа килә башлаған. Законды шәхси йөк ташыусылар боҙа, ти коммуналь хеҙмәттәр. Сөнки дәүләт ҡарамағындағы транспорт паркы бер метр ҙа ситкә борола алмай. Улар спутник күҙәтеү системаһы менән йыһазландырылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку