Торбаһы бар, газы юҡ

Торбаһы бар, газы юҡ 29.01.2016

Дим биҫтәһенең Дағстан урамында урынлашҡан йорттарҙың береһендә газ колонкаларын селтәрҙән өҙгәндәр. Фатир хужалары ҡышҡы ваҡытта йылы һыуһыҙ ҡалдыҡ тип зарлана. Мәсьәләнең асылын беҙҙең хәбәрселәр асыҡларға тырышты.

Надежда Степаненко көн дә иртән кәстрүлдә һыу ҡайната. Башҡа сара юҡ. Һыуыҡ һыу менән йыуынғы килмәй тип билдәләй ул. Колонканы газ селтәренән өҙөүгә бер аҙна ваҡыт үткән. Фатирҙа йылы һыу юҡ.
Надежда Степаненко, фатир хужаһы: «Һеҙҙең хәүефһеҙлек өсөн фатирға газ биреүҙе туҡтатып торабыҙ. Йылы һыуығыҙ булмаясаҡ тип кенә әйттеләр. Башҡаса аңлатма булманы».
Надежда ханым хәлендә торлаҡ йорттағы бер нисә фатир ҡалған. Газ хеҙмәтләндереү ойошмаһы уларҙы елләтеү системаһындағы етешһеҙлектәрҙе асыҡланы тип билдәләй урындағы коммуналь хужалыҡ етәкселеге. Бөрө ҡалаһындағы фажиғәнән һуң республика район-ҡалаларында тикшереүҙәр үтте. Дим биҫтәһендәге йортта төҙөүселәр хата ебәргән. Елләтеү системаһы бөтөнләй ҡуйылмаған, уның урынына һуҙылған торбаларҙы ла күршеләрҙең береһе киҫеп ҡуйған.
Зәңгәр яғыулыҡ таратыусылар  Дағстан урамындағы йортта елләтеү системаһы менән мәсьәләне хәл итеү өҫтөндә эшләй. Төҙөүселәр хатаһын төҙәтеү өсөн байтаҡ баш ватырға тура киләсәк тип билдәләй улар. Әлеге килеш колонкаларҙы файҙаланыу хәүефле. Газ менән бәйле күңелһеҙ хәлдәр әленән-әле был турала иҫкәртеп тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку