Торатауҙа «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән 15 төр үҫемлек үҫә

Торатауҙа «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән 15 төр үҫемлек үҫә 04.12.2015

Башҡортостан биологтары  унда хатта, быға тиклем бер ерҙә лә осрамаған үҫемлек төрө тапҡан.  Тауҙа боронғо ҡәбиләләр изге йолалар үтәгән, быны былтыр Һарытау археологтары экспедицияһы тапҡан ҡаҙылмалар раҫлай. Тәбиғәт ҡомартҡыһына ҡул һуҙыу бер ниндәй сиктәргә лә һыймай. Ә «Сода» компанияһына сеймал өсөн альтернатив ятҡылыҡтар  ысынлап та, бар. Ошо хаҡта бөгөн республика ғалимдары Башҡортостан фәндәр академияһындағы президиумда фекер алышты. Сығыштар төплө фәнни эҙләнеүҙәргә һәм тикшеренеүҙәргә нигеҙләнгән.

Ысынлап та, күп йылдар борсоуға һалды был мәсьәлә. Торатау «Сода»ға ҡул һуҙымы ғына. Етештереүселәрҙе ул сеймал булараҡ ҡыҙыҡһындыра. Улар хатта, тауҙағы һирәк осрай торған үҫемлектәрҙе  күсереп ултыртыу тураһында һүҙ сығарғайны.  Үҙәк тамырлы үҫемлектәрҙе ҡайҙалыр күсереү  мөмкин булмаған эш. Сөнки уның тамыр осо өҙөлөп ҡала һәм үҫемлек бер ике йылдан  ҡороуға дусар була, тине  Башҡортостан фәндәр академияһында президиумға йыйылыусы биологтар.
Василий Мартыненко, Рәсәй фәндәр академияһының Өфө биология институты директоры вазифаһын башҡарыусы: «Торатауҙа беҙ 2010 йылда тикшереүҙәр алып барҙыҡ. Унда үҫкән ун биш төр үҫемлек Ҡыҙыл китапҡа индерелгән,  һигеҙе Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабында. Беҙ ҡаяла үҫә торған бер үҫемлек таптыҡ, быға тиклем уны бер ҡайҙа ла осрағаны юҡ. Үҫемлекте  2021 йылда нәшер ителәсәк "Ҡыҙыл китап"ҡа индерәсәкбеҙ».  
«Сода» йәмғиәте өсөн альтернатив ятҡылыҡ үҙләштереү тәҡдимен федераль үҙәк  хуплап сығыш яһаны. Ысынлап та, Башҡортостанда эзбизташ ятҡылыҡтары бар, улар электән өйрәнелә килә һәм киләсәктә лә был юҫыҡта тикшереүҙәр алып барыласаҡ, ти ғалимдар.
Химик составы буйынса шихандарҙағы эзбизташ кеүек тау тоҡомдары республикала башҡа урындарҙа бар, әммә күп тә түгел. Ул Ишембай районының Ғүмәр ауылы янындағы тауҙар, Ғафури районындағы Ташлы майҙаны, әйткәндәй, ул  ныҡлап өйрәнелмәгән, һәм   Сибайҙағы эзбизташ карьеры.
Шулай ҙа,  эзбизташтар химик составы буйынса шахтауҙыҡынан айырыла һәм «Сода»ға уны эшкәртеү өсөн бер аҙ технологияны  үҙгәртеү талап ителәсәк. Тимәк,  икенсе ятҡылыҡтағы сеймалды эшкәртеүгә ваҡыт та оҙағыраҡ талап ителәсәк тигән һүҙ.
Альтернатив сығанаҡтар иҫәбенә  Шахтауҙың  ер аҫты ла инә. Унда   тағы 60 миллион тонналыҡ запас бар. Әлбиттә, эзбизташты   өҫкә сығарыу өсөн байтаҡ сығымдар һәм шулай уҡ  ниндәйҙер яңы технологиялар  талап ителәсәк. Был сеймалды  заводтан 500 саҡырым алыҫлыҡта урынлашҡан Сибайҙан ташыуға ҡарағанда отошлораҡ булыуы мөмкин.
Рафаил Ғофранов, Рәсәй  ер аҫты  байлыҡтарын файҙаланыу агентлығының Башҡортостан буйынса идаралығы геология бүлеге етәксеһе: «Ғүмәрҙәге эзбизташ участкаһы 2005-2008 йылдарҙа өйрәнелде. Беҙ уны артабан да геологик яҡтан тикшереп  йыл ярым эсендә сеймал өсөн сифаты һәм күләме яғынан тура киләме юҡмы икәнлеген әйтә алырбыҙ тип уйлайым.Ул Стәрлетамаҡҡа 37 саҡырым тирәһе алыҫлыҡта урынлашҡан».
Торатау борондан халыҡ өсөн изге һаналған, былтыр Һарытау  археологтары үткәргән экспедиция ла  быны иҫбатлай. Унда бынан ике мең йыл элекке   мәҙәниәттәргә ҡараған  ҡомартҡылар табылған. Тарихсылар тауҙы эшкәртеү Шүлгәнташ мәмерйәһен  емереүгә тиң тип баһалай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку