Үткән йыл Николаевка ауылының Баҡса һәм Яңы урамында йәшәүселәр юлдарҙы яҡшыртыу мәсьәләһен күтәреп сыҡты 01.04.2016

Хакимиәт уларҙың юл мәсьәләһен яҡшыртыуҙы ыңғай хәл иткән. Асфальт  булмаһа ла ,юл тигеҙләнеп ҡырсынташ түшәтелгән.

Яңы урамда йәшәүселәр ете йыл дауамында юлһыҙлыҡтан интеккән. Яҙлы-көҙлө олоһо-кесеһе тубыҡтан батҡаҡ кисеп йөрөргә мәжбүр булған.
Йөҙ метр самаһы арала юлдың  тотошлайға  өҙөлөп тороуы  арҡаһында  ауырыуҙарға ашығыс ярҙам машинаһы килә алмаған, еңел автомобилдәр, балалар коляскалары  күрше урамдарҙа ҡалдырылған.
Николаевка ауылының был урамдарындағы юлһыҙлыҡ проблемаһы оҙаҡ йылдарға һуҙыла. Ниһәйәт,үткән йылдың октябрендә Өфө районы  хакимиәте халыҡҡа биргән вәғәҙәһен үтәй.
Өфө районы Николаевка ауылының Яңы урамында йәшәүселәр оҙаҡ йылдар юлһыҙ интекте. Бигерәк тә яҙлы-көҙлө был урамдарҙан үтерлек булмай, батҡаҡ аҡтарылып ята. Хәҙер был урамды танымаҫһың. Бында ҡом түшәлгән. Юл тигеҙләтелгән. Халыҡ та юлһыҙлыҡ мәсьәләһе хәл ителеүенән ҡәнәғәт.
Былтырҙан бирле яңы урамда йәшәүселәр ҡоро  һәм таҙа юлдан эшкә, мәктәпкә, балалар баҡсаһына йөрөй. Бала-сағалы йәш әсәләр   резина итектәрен сисеүгә шатланып туя алмай.
Халыҡты борсоған көнүҙәк мәсьәләләргә арналған һорауҙарҙың иге-сиге юҡ. Кешеләр юлдарҙың торошо,капиталь ремонт сифаты,эшһеҙлек һәм социаль сәйәсәт  мәсьәләһе борсой. Республика башлығына Николаевка ауылында йәшәүселәр ҙә үҙ һорауҙарын бирҙе.
Үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарҙы Башҡортостан Юлдаш телеканалының рәсми сайтында ҡалдыра  алаһығыҙ.
Уның адресы  www.tv-rb.ru «Республика башлығына һорау бир» ҡушымтаһында кәрәкле юлдарҙы тултырып,  һорауығыҙҙы ебәрергә була.
Мөрәжәғәттәрегеҙ өсөн  вопрос уралған а тв һыҙыҡ рб нөктә ру  электрон почтаһы эшләй. Иртәнге туғыҙҙан киске алтыға тиклем  8-800-700-88-25  һандары буйынса ҡыҙыу линияға шылтыратырға мөмкин. Рөстәм Хәмитов менән тура бәйләнеш 7 апрелдә беҙҙең каналда киске сәғәт 7-лә башлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика