Тирә-яҡ мөхите һаҡлау буйынса ҡануниәтте боҙоуҙың төп өлөшө эшкәртеү ҡалдыҡтары менән бәйле

Тирә-яҡ мөхите һаҡлау буйынса ҡануниәтте  боҙоуҙың төп өлөшө  эшкәртеү ҡалдыҡтары менән бәйле 08.02.2018

Был турала бөгөн Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында үткән  йәмәғәт фекер алышыуында белдерелде.

Сарала  күҙәтеү, тикшереү-органдары вәкилдәре лә, эшҡыуарҙар ҙа ҡатнаша.  Йәмәғәт  тыңлауҙарында һүҙ экологик хәүефһеҙлек хаҡында барҙы. Сөнки күп кенә  эшҡыуарҙар ошо тәңгәлдәге ҡанундарҙы, ҡағиҙәләрҙе, талаптарҙы белеп бөтмәй.  Ҡалдыҡтарҙы сығарыу, һыу, һауа, ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу  буйынса лицензия, рәхсәт ҡағыҙҙары йәки башҡа кәрәкле документтарҙы юлламай. Һөҙөмтәлә  был закон боҙоуҙарға килтерә.  Иң күп етешһеҙлектәр эшкәртеү ҡалдыҡтары менән бәйле, улар рөхсәт ителмәгән урынға сығарыла. Һандар менән әйткәндә, асыҡланған закон боҙоу осраҡтарының 64 проценты, йәғни 4 мең ярым тирәһе күренеш. Күп ойошмалар таҙартыу ҡоролмалары урынлаштырмай, икенсе һәм өсөнсө урындарҙа һауаны, һыуҙы бысратыу осраҡтары тора. Әлбиттә, ғәйеплеләргә штраф һалына, шулай уҡ административ яуаплылыҡҡа тарттырыла.  Белгестәр фекеренсә, йәмәғәт фекер алышыуҙары, йәғни профилактика эше лә бик кәрәкле.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку