«Тимерселәр көнө»

«Тимерселәр көнө» 20.10.2014

Һауа торошоноң үҙгәреүе тураһында синоптиктар күптән хәбәр итеп өлгөргәйне инде. Быға ҡарамаҫтан, көндәр һыуытыуға бөтәһе лә әҙерләнеп өлгөрмәгән. Айырыуса был автоһәүәҫкәрҙәр араһында күҙәтелә. Баш ҡаланың тәгәрмәстәр алмаштырыу пункттарында сираттар әле һаман кәмемәй.

Тәгәрмәстәрҙе монтажлау көнөн дә, төнөн дә дауам итә. Быға ҡарамаҫтан, бер ҙә өлгөрөп булмай, тип зарлана оҫта Илнур Дауытов. Ҡыҙыу осорҙа ойошма етәксеһе эш көнөн дә оҙайтырға мәжбүр булған.
Илнур Дауытов, шиномонтажсы: «Ғәҙәттә, беҙ киске 8-гә тиклем эшләйбеҙ. Тик автомобилдәренең тәгәрмәстәрен алмаштырырға теләүселәр күп булғанлыҡтан, эш көнө 12-гә тиклем дауам иткәне лә бар».
Бындай хәлгә, әлбиттә, водителдәр ҙә шатлана тип әйтеп булмай. Ҡайҙа мөрәжәғәт итмә, бөтә ерҙә сират, ул хатта 20 автомобилгә барып етә. Күптәр тәгәрмәс алмаштырыу өсөн эштән дә китергә мәжбүр.
Алексей Князев: «Һауа торошон күҙәтеп торҙом былай, тәгәрмәстәрҙе алданыраҡ алмаштырып өлгөрөргә иҫәп тота инем. Тик бының өсөн хатта бер аҙна алдан яҙылырға кәрәк булып сыҡты, бөтә ерҙә сират. Бөгөн эштән һорап китергә тура килде».
Һыуыҡтар ҡапыл килеүенә ҡарамаҫтан, юлдарҙа авариялар һаны күпкә артманы, тип билдәләй Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре. Элеккесә автомобилдәрҙең бәрелешеүенә күп осраҡтарҙа водителдәрҙең иғтибарһыҙлығы сәбәпсе. Мәҫәлән, был автомобилдең Ағиҙелгә сумыуында водитель үҙе ғәйепле булыуы ихтимал. Шулай уҡ йылғалағы һыу кимәле күтәрелгән тигән фараздар ҙа йөрөй. Аварияларҙың артыҡ күп теркәлмәүендә коммуналь хеҙмәттәрҙең дә роле ҙур.
Сергей Платников, Өфө ҡалаһының коммуналь хужалыҡ идаралығы етәксеһе урынбаҫары: «Һауа шарттарының үҙгәреүен иҫәпкә алып, үткән тәүлек беҙҙең хеҙмәттәр көсөргәнешле эш алып барҙы. Техника төнө буйы юлдарға ҡом һәм тоҙ ҡатышмаһын һипте. Эш көндөҙ ҙә дауам итте».
Баш ҡалала ғәҙәттән тыш хәл күҙәтелмәһә лә, Учалы районында иһә һауа температураһының түбәнәйеүе боҙло ямғыр яуыуына килтерҙе. Һөҙөмтәлә боҙҙоң ауырлығы аҫтында ағастар ҡолай, ҡайһы бер осраҡта улар электр сымдарын өҙә. Барлығы 23 ауыл биләмәһе утһыҙ ҡала. Айырым урындарҙа хатта элемтә бәйләнеше өҙөлә. Авария бригадалары көсөргәнешле режимға күсерелә.
Руслан Ғиләзетдинов, Учалы районы хакимиәте башлығының 1-се урынбаҫары: «Беҙгә ярҙамға Белорет ҡалаһынан, Асҡарҙан электриктар килде. Дөйөм алғанда, сымдарҙы ремонтлауҙа 23 бригада ҡатнашты. Бергәләп беҙ электр һәм телефон элемтәһен тергеҙҙек».
Синоптиктар фаразлауынса, аҙна дауамында һауа торошо тотороҡһоҙ буласаҡ. Тәүге көндәр һалҡын булһа, артабан бер аҙ йылытасаҡ, буран сығыуы мөмкин. Артабан ямғыр яуыуы көтөлә, унан һауа температураһы йәнә түбәнәйергә тейеш. Был йәһәттән юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға мөмкин тиклем иғтибарлы булырға, ҡағиҙәләрҙе һәр ваҡыт теүәл үтәргә кәңәш ителә.
 Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку