Тиҙҙән Өфө яңыса балҡыясаҡ 01.04.2015

Ҙур мегаполис төҙөлөшөнә үҙгәрештәр индереү күҙаллана. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә Өфөнөң баш архитекторы Илдар Ибраһимов журналистар менән осрашыуҙа белдерҙе. 2025 йылға тиклем эшләнгән генераль план күләмле төҙөлөштәрҙе үҙ эсенә ала. Яңыртылған документ өҫтөндә  проектлаусылар һәм архитекторҙар төркөмө эшләй.

Капиталь төҙөлөш өлкәһендә иң әһәмиәтлеләре тип Октябрь проспектында урынлашҡан «4 миҙгел» кварталының күп ҡатлы йорто, Карл Маркс урамындағы Эрмитаж, күп функциялы комплекс, 570-се квартал эсендәге күп ҡатлы торлаҡ йорт билдәләнгән. Былар яңы генераль пландың бер өлөшө генә. Архитекторҙар Өфөнөң буласаҡ йөҙө менән Урбан-байрам форумында тулыраҡ таныштырасаҡ. Ҡаланың үҫеш стратегияһына индереләсәк үҙгәрештәрҙе һәр кем күҙәтә, фекерен белдерә ала. Тиҙҙән махсус сайт үҙ эшен башлай.
Илдар Ибраһимов, Өфө ҡала хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығы етәксеһе: «Сайтта һәр кемдең фекере иҫәпкә алынасаҡ, ә эшлекле тәҡдимдәр үҫеш стратегияһында ҡулланыласаҡ. Шулай уҡ башҡала райондары буйынса сессиялар үтәсәк. Ҡала үҫешен билдәләүгә Өфө халҡы, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре,бизнесмендар ҙа йәлеп ителәсәк».  
Һуңғы йылдарҙа ҡала халҡының тәбиғи артыуы күҙәтелә, шуға ла торлаҡ йорттар һәм эшҡыуарлыҡ өсөн яңы биналар төҙөү талап ителә.  Бер йыл эсендә егерме проект раҫланған, улар араһында «Глумилино-2», «Инорс» микрорайондары бар. «Көнбайыш Затон» торлаҡ районы проекты иң уңышлыһы тип табылған. Черниковкала, Дим, Сипайлово, Затон, Шакша биҫтәләрендә лә йәмәғәт үҙәктәрен булдырыу, ял итеү урындарының сифатын күтәреү күҙаллана.  Өфөлә шулай уҡ транспорт системаһы буйынса халыҡ фекере өйрәнелә. Был, тәү сиратта, юл хәрәкәтен уңайлаштырыу маҡсатында эшләнә. Һорау алыуҙа һәр кем ҡатнаша ала, бының өсөн  «Уфазавтра.ру» сайтына инергә кәрәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика