Телевизор ҡараусылар һунарға сыға 18.01.2016

Был видеояҙманы хайуан яратыусы тамашасыбыҙ ебәргән. Ул ҡырағай йәнлектәргә камера менән һунар итергә саҡыра. Үҙенең тәүге яҙмаһында телевизор ҡараусы ҡабан сусҡаһын төшөргән.

Кадрҙан күренеүенсә, ҡалын ҡар ҡатламы ҡаты моронға ҡасырға ҡамасаулай. Ошондай яҙмалар менән видеоһунарсы яңылыҡтар хеҙмәте менән бүлешеп барырға тәҡдим итә. Беҙҙең ижади коллектив тамашысыбыҙҙың был башлағысын тулыһынса хуплай. Ә инде иң ҡыҙыҡлы тип табылған материалдар эфирҙа һәм интернеттағы сайтта мотлаҡ сағылыш табасаҡ.  
Беҙҙең саҡырыуға тәүгеләрҙән булып Вадим Садиҡов ҡушылды.  Был тамашасыбыҙ ҙа шулай уҡ ҡабандар төшөргән. Хайуандарға ул Шишмә районына өләсәһенә ҡунаҡҡа китеп барышлай тап булған. Шаһиттар фекеренсә, ҡабандарҙы был урында йыш ҡына  бәләкәй бәрәстәре менән күрергә мөмкин.  Күрәһең уларҙы автомобилдәрҙең яҡтылығы юлға йүгереп сығырға мәжбүр итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика