Телевизор ҡараусылар "Башҡортостандың 100 шәхесен" билдәләне

Телевизор ҡараусылар "Башҡортостандың 100 шәхесен" билдәләне 03.02.2017

Республиканың төп  телеканалы ойошторған проект халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, күләмле проект киң яҡлы эшмәкәрлеге, ижады менән тарихта яҡты эҙ ҡалдырған, республиканы үҫтереүгә тос өлөш индергән арҙаҡлы шәхестәр өсөн тауыш биреүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Республиканың 100 йыллығына арналып,  2019 йылға тиклем бер нисә этапта ғәмәлгә ашырыласаҡ бәйгегә 10 меңдән ашыу кандидаттың исеме тәҡдим ителде. Артабан, положениеға ярашлы, махсус комиссия был исемлектән 200 кешене һайлап алды. Икенсе этапта 100 шәхес исемлегенә улар араһынан интернетта иң күп тауыш йыйыусылар инде. Ойоштороу комитетының бөгөн үткән ултырышында билдәләнеүенсә, 100 шәхес араһында бер генә осраҡлы кеше лә юҡ. Уларҙың барыһы ла  республика үҫешенә тос өлөш индереүселәр.  

Исемлеккә инмәй ҡалған шәхестәр ҙә иғтибарҙан төшөп ҡалмаясаҡ.  Ә инде иң күп тауыш биреүселәрҙең тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында документаль фильмдар төшөрөләсәк. Шәхестәрҙең исемлеге менән Башҡортостан юлдаш телеканалы сайтында танышырға мөмкин. Улар алфавит буйынса урынлаштырылған.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика