Теүәл 190 йыл элек Рәсәйҙә шартлы рәүештә "тәүге рус революцияһын ойоштороуға маташыу" тип  аталған декабристар ихтилалының етәкселәре үлем язаһына тарттырыла 25.07.2016

Петропавловск ҡәлғәһендә Павел Пестель, Кондратий Рылеев, Сергей Муравьев-Апостол, Михаил Бестужев-Рюмин һәм Петр Каховскийҙың ғүмере өҙөлә. 1825 йылдың декабрь һәм 1826 йылдың ғинуар айҙарында декабристарҙың Төньяҡ һәм Көньяҡ йәшерен ойошмалары ағзалары  ҡоралланып урамға сыға. Улар сәйәси ҡоролошто үҙгәртеү, йәғни батша самодержавиеһы, крепостной хоҡуҡты бөтөрөү талаптары ҡуя. Ләкин декабристарҙың пландары тормошҡа ашмай, император Николай Беренсе баш күтәреүселәр өсөн ҡаты яза һайлай. Тарихсылар фекеренсә, декабристарҙы крәҫтиәндәр менән уртаҡ тел тапмау уңышһыҙлыҡҡа дусар итә.

Ихтилал туҡтатылғандан һуң, Николай Беренсенең күҙәтеүе аҫтында баш күтәреүселәрҙе тикшереү башлана. 600-гә яҡын кеше ҡулға алына, дәүләт енәйәтселәре исемлегенә 120 кеше эләгә. Улар ҡаты язаларға тарттырыла, шул иҫәптән биш декабрист дар ағасында үлемгә дусар ителә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика