Татыу ғаилә ил ныҡлығы нигеҙе 26.04.2017

Бөгөн Республика Хөкүмәт йортонда биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе гүзәл заттарға «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды. Юғары наградаға ҡырҡтан ашыу ҡатын лайыҡ булды, улар араһында төрлө һөнәр эйәләре бар. Уҡытыусы, табип, бухгалтер, почта хеҙмәткәре, ашнаҡсы, күбеһе яңы ғына декрет ялына сыҡҡан. Барыһын да балаларға һөйөү берләштерә. Әйткәндәй, «Әсәлек даны» миҙалы 1998 йылдан бирле ете меңдән ашыу ҡатынға тапшырылған.  

Республиканың гүзәл заттары «Әсәлек даны» миҙалын тулҡынланып, шул уҡ ваҡытта ҡыуанып ҡабул итте. Теләктәре бер - илдә именлек булһын. «Йәштәр ҙа күп бала тәрбиәләүҙән ҡурҡмаһын ине»,-ти юғары награда менән бүләкләнеүселәр. Илдә иҡтисади тоотроҡһоҙлоҡ булыуға ҡарамаҫтан, гөрләтеп донъя көтөүсе ғаиләләр барлығына ишара - был тантаналы сара. Сабыйҙар һәр йортҡа тик бәхет килтерә. Был алтын һүҙҙәрҙең хаҡлығын әсәләрҙең балҡып торған йөҙҙәре лә дәлилләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика