Татарстанда «Хизб ут-тахрир аль-Ислами» террор ойошмаһы вәкилдәре ҡулға алыныуы тураһында билдәле булды

Татарстанда  «Хизб ут-тахрир аль-Ислами»  террор ойошмаһы вәкилдәре ҡулға алыныуы тураһында билдәле булды 16.10.2014

Федераль именлек хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, уларҙа халыҡ-ара террор ойошмаһының  пропаганда материалдары табылған.

Һигеҙ кешегә 10 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай. Был мәғлүмәт Өфөлә асылған Ислам форумына тап килде. Бөгөн баш ҡалала «XXI быуатта мәғариф системаһында исламдың идеалдары һәм ҡиммәттәре» тип аталған VII халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция асылды. Бөгөнгө форум маҡсаттарының береһе - йәмәғәтселеккә традицион ислам һәм радикаль йүнәлешәтәр айырмаһын еткереү.

Өфө ҡалаһында йәшәүсе Роман Имаев алыҫ тарафтарҙа ғәзиз улын юғалтҡан. Улдарының Яҡын Көнсығыштағы граждандар һуғышына барып эләгеүен Имаевтар йәш кешенең дин менән ҡыҙыҡһына башлауына бәйләй. Өфө дәүләт авиация техник университетында белем алыусы егет урындағы мәсеткә йөрөй. Башта ата-әсә улдарының урам йоғонтоһона бирелмәүенә шатлана. Әммә тора-бара егеттең холҡо үҙгәрә.

Имаевтар улдарының хаҡ ислам юлынан түгел, ниндәйҙер төркөмгә ҡарауын аңлай. Улар Өфөнән кәм тигәндә ун кешенең һуғышҡа юлланыуы, экстремистарҙың Башҡортостанға ла үтеп инеүен иҫбатлай. Һуңғылары иһә Һарыҡ тиреһе ябынған бүреләй, изге ғәмәл, дини тойғоларға ышыҡланып, донъяға нәфрәт тарата, хатта балаларын ата-әсәләрен күрә алмаҫҡа өйрәтә. Башҡортостандағы дин әһелдәрен наҙанлыҡта ғәйепләп, сит илгә белем алырға әйҙәй. Был ағымдар үҫешенә юл ҡуймау, ата-бабаларҙан килгән традицион ислам тәғлимәттәрен халыҡҡа еткереү өсөн донъяның мосолман йәмәғәтселеге Башҡортостанға йыйылды. «XXI быуатта мәғариф системаһында исламдың идеалдары һәм ҡиммәттәре» тип аталған VII халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция көнүҙәк мәсьәләләр көн тәртибенә ҡуйылды.

Күләмле форумға Иордания, Малайзия, Сүриә, Төркиә кеүек илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән ислам университеттары вәкилдәре, диндарҙар йыйылды. Ғәмәли конференцияла традицион ислам, Рәсәйҙә ислам мәғарифының яңы педагогик системаһы тураһында һүҙ барҙы. Рәсәйҙә тормошҡа ашырылған ислам мәғарифын үҫтереү маҡсатлы программаһына ярашлы, дини уҡыу йорттарында белем биреүҙе башҡа илдәрҙәге кимәлгә еткереү мөһим. Был йүнәлештә эшләүсе айырым уҡыу йорттары бар. Ләкин бөгөнгө көн талаптары уларҙа уҡыу сифатын яҡшыртыуҙы, заманса алымдар индереү зарурлығын күрһәткән.

Маҡсатбәк Туҡтамышев, Ҡырғыҙстандың баш мөфтөйө: «Бөгөнгөләй йыйылыштарҙабеҙ аңлатыу эштәрен алып барырға, дин асылына төшөнөргә өйрәтәбеҙ.  Ислам ғәрәп теленән тыныслыҡ тип тәржемә ителә. Ислам ул татыулыҡ, белемгә ынтылыу, күңел таҙалығы. Ҡайһы ил булмаһын, диндең төп тәғлимәте ошо. Шул уҡ ваҡытта ислам мәғрифәткә өндәй».

Түңәрәк өҫтәлдә университеттарҙа уҡытылған этика, дин тарихы кеүек дәрестәргә методик программалар булдырыу, уҡытыусыларҙың белем кимәлен камиллаштырыу буйынса фекер алышыу уҙҙы. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты нигеҙендә үткән форумда райондарҙан килгән имам-хатиптар ҙа ҡатнашты.

Форум ике көн дауам итә. Ошо осорҙа төрлө илдәрҙә йәшәүсе бер дин вәкилдәре тәжрибә уртаҡлашыу, бер үк мәсьәләләрҙе уртаҡ майҙанға сығарып хәл итеү мөмкинлегенә эйә.

Л.Тунасова


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика