Тарих - киләсәк фәне

Тарих - киләсәк фәне 20.11.2014

Үткәндәрҙе белмәй тороп, киләсәк тураһында фекер йөрөтөү мөмкин түгел. Ошо хәҡиҡәтте күҙ уңында тотоп, баш ҡаланың хәрби-тарихи клубтары ғилми-ғәмәли конференцияға йыйылды.

Өфөнөң Владимир Комаров исемендәге балалар ижады һарайында ойошторолған сараға тарихсылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән бергә мәктәп уҡыусылары ла саҡырылғайны. Балалар өсөн бында 1812 һәм 1914 йылғы Ватан һуғыштарына арналған экспозиция ойошторолдо. Уҡыусылар ысын мәғәнәһендә тарихҡа ҡағыла алды. Хәрби-патриотик клубтар тергеҙгән яу ҡоралдары, кейемдәр һүҙҙәргә ҡарағанда күберәк һөйләй. Йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүҙә ошонан да яҡшы ысул юҡ, тип һанай ойоштороусылар.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика