Тамамланмаҫ хәүеф

Тамамланмаҫ хәүеф 20.10.2015

Иглин районының Урман ҡасабаһын йәнә шартлауҙар тетрәндерәсәк. Полигонды зарарһыҙландырыу менән шөғөлләнгән ойошма ҡабаттан снарядтарҙы утилләштереүгә тотонорға иҫәп тота, бында әле бихисап хәүефле снарядтар ҡалған. Урындағы халыҡ әлбиттә башланғысҡа ҡаршы сыға, йорттары эргәһендә шартлауҙар яңғырауын бер кем дә теләмәй.  Яҡтар килешә алырмы?

Урман ҡасабаһындағы 2011 йылдың ҡурҡыныс ваҡиғалары бер ҙә Голливуд блокбастерҙарынан ҡалышмай. Тирә-яҡлап шартлауҙар яңғырай, янғын ажғыра. Халыҡ кемуҙарҙан хәүефле урындан ҡаса. Әйтерһең дә билдәле режиссер сираттағы катастрофа жанрындаға кино төшөрә.
Ләкин ҡыҙғанысҡа был ваҡиғалар ысынбарлыҡ. Ҡурҡыныс шартлауҙар халыҡ хәтерендә уйылып ҡалған. Был көндө хәтерләү 8 йәшлек Булатты әле лә тетрәндерә. Малай ике сәғәт буйына ағаһы менән йырында йәшенеп ятҡан.
Һәм бына ҡурҡыныс шартлауҙар тағы яңғырарға тора. Урман ауыл биләмәһе башлығы Рафаэль Ҡалҡаманов 20-се октябрҙән снарядтарҙы утилләштереү башланасаҡ тигән хәбәр ала. Ул шунда уҡ эштәрҙе алып барыусы предприятие вәкилдәренә беҙ быға ҡаршы тигән яуап бирә. Сөнки полигон мәктәп һәм балалар баҡсаһына яҡын урынлашҡан. Өҫтәүенә, былай ҙа ара-тирә ҡасаба яңғырап тора.
Снарядтар шартлау эҙемтәләрен Урман ҡасабаһында бөгөн дә күрергә була. Мәҫәлән бында ике ҡатлы йорт торған, ләкин хәҙер унан тик кирбес өйөмө генә ҡалған. 2011 йылдың ваҡиғалары ҡасаба халҡы тормошон ҡырҡа үҙгәрткән. Кешеләр әле лә «ҡылт» иткән тауышҡа һиҫкәнеп, ҡурҡып йәшәй. Бында шартлауҙарҙың яңғырауын бер кем дә ҡабаттан ишетергә теләмәй.
Ҡасаба халҡының утилләштереүҙе дауам итеүгә ҡәтғи ҡаршы сығыуын иҫәпкә алып, эштәрҙе башҡарыусы «Втормет» ойошмаһы миналарҙы зарарһыҙландырыуҙы бер аҙ кисектерергә булған. Ләкин ойошма пландарынан баш тартырға йыйынмай, тик алымдарҙы үҙгәртергә иҫәп тота.
Сергей Карась, «Вторметалл» ойошмаһы баш инженеры: «Втормет» ойошмаһы шартлауҙар булмаясаҡ тип вәғәҙәләй. Был ысынбарлыҡҡа тап киләме-юҡмы икәне яҡын арала асыҡланасаҡ.  Һәр хәлдә быға ышанғы килә, сөнки былай ҙа ҡасаба яу яланын хәтерләтә. Айырыуса хәрби часть биләмәһе».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика