Тәжрибәле һәм  йәш умартасылар ҡоро 27.08.2015

Бөгөн Ауырғазы районының Талбазы ауылында ҡортсолоҡтоң бөгөнгө хәле, үҫеш юлдары һәм тармаҡҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләре тикшерелде. Йүкә урмандарын һаҡлап ҡалыу, ҡорттар араһындағы ауырыуҙарҙы юҡ итеү, мәктәптәрҙә махсус дәрестәр уҡытыу һорауҙары күтәрелде. Шулай уҡ төбәктә умартасылар бәйгеһенең тәүге этабына йомғаҡ яһалды.

1995 йылда Башҡортостанда ҡабул ителгән умартасылыҡ тураһындағы законға үҙгәрештәр индерергә кәрәк. Был хаҡта бөгөн ҡортсоларҙың тәүге форумында һүҙ барҙы. Төп маҡсат - башҡорт тоҡомло бал ҡорттарын һаҡлап ҡалыу, генофондты юғалтмау.
Форумға барлығы 200 -гә яҡын умартасы килгәйне. Уларҙың яртыһы республика кимәлендә ун бишенсе тапҡыр ойошторолған бәйгелә көсөн һынап ҡарарға ниәтләй.
Тәүге этапта һәр ҡортсо үҙенең эшмәкәрлегендә ҡулланған яңы технология менән таныштырырға тейеш ине. Беренселәрҙән булып Мишкә районынан Вениамин Зәйниев прополис етештереү серҙәре менән таныштырҙы. Бының өсөн ул махсус техника уйлап тапҡан.
Бесәй һырғаһы еҫенә ҡорттар тиҙ килә тигән фекерҙә Ғариповтар ғаиләһе. Улар яңы ғына умартаны ташлап киткән күсте махсус эшләнгән ояға йәлеп итеү, тоҡомдо үрсетеү юлдарын барлаған.
Ә бына Әбйәлил районынан Арыҫлан Моратов күсмә йәшник эшләгән. Ата ҡорттар күбәйеп китһә, был ҡумта уларҙың һанын кәметеүгә ҡулай, ти йүнсел.  Ҡортсолоҡ менән  шөғөлләнергә уға улдары Ихсан менән Инсаф ярҙамлаша. Малайҙар ҙа «Йәш умартасы» конкурсында үҙҙәренең көсөн һынаясаҡ.
2007 йылдан алып уҙғарылған «Йәш умартасы» конкурсы үҫмерҙәрҙең ғилми-ғәмәли яҡтан белемен тикшереүгә ҡоролған. Унда быйыл ҡырҡҡа яҡын бәйгесе ҡатнаша.
Үҫмерҙәр был тармаҡтың килемле булыуын яҡшы белә. Бал етештереүҙе арттырыу буйынса әленән тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығында ҡатнашыу - үҙе бер мәртәбә.  Ололар ҙа быны яҡшы аңлай, шуға конкурстың абруйы йылдан-йыл күтәрелә.  
Быйылғы йәй умартысылар өсөн бигүк уңышлы булманы. Хатта, бөгөн дә ямғыр яуа тип хафаланыусылар бар. Ни тиһәң дә, иртәгә асыҡ һауала ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүселәр практик яҡтан оҫталығын күрһәтергә тейеш. Бал ҡортондай етеҙ һәм уңғандар араһынан абсолют чемпион билдәләнәсәк.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика