Төнгө эңерҙә кейемендә  яҡтыртыусы элементтары булмаған йәйәүлеләргә 500 һум штраф һалынасаҡ 24.06.2015

Яңы закон 1 июлдән ғәмәлгә инә.   Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы вәкилдәре был үҙгәреш юлдарҙа бәхетһеҙ осраҡтарҙы кәметәсәк тигән фекерҙә. Әле инспекторҙар балалар менән осрашып аңлатыу эштәре алып бара, фликерҙар бүләк итә. Бөгөн дәрес Шишмә районы лагерҙарының береһендә уҙҙы.

Был кадрҙар ҡурҡыныс фажиғәнән һуң бер нисә минут уҙғас төшөрөлгән. Юлда 9 йәшлек малайҙың кәүҙәһе ята. Бала велосипедта юл ситенән китеп барған була. Машина аҫтында ҡалған  малайҙың ғүмере өҙөлә. Ҡыҙғанысҡа, был ваҡиға йәйәүлеләр менән теркәлгән аяныслы статистиканы тағы ла тулыландырҙы. Йыл башынан республикала балалар ҡатнашлығында 49 фажиғә теркәлгән. Бигерәк тә төнгө эңерҙә йыш ҡына автоһәүәҫкәрҙәр ҡапыл юлға килеп сыҡҡан балаларҙы абайламай ҡала.
Юл хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәре йәйге лагерҙарҙың береһендә балалар менән викторина уҙғара. Улар юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен яҡшы белә. Яуаптар оҙаҡ көттөрмәй.
Юлда йәйәүлеләр менән теркәлгән бәхетһеҙ осраҡты кисектерергә кейемгә йәбештерелгән фликерҙар ярҙам итә. Шуға ла юл хәүефһеҙлеге хеҙмәте дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре балаларға фликерҙар тарата.
Закон бер нисә көндән ғәмәлгә инә. Хәүефһеҙлек өсөн һәр ата-әсә балаһының кейеменә фликер тағырға тейеш. Ләкин уларҙы, хатта, баш ҡалала ла табыуы еңел түгел.  
Шулай ҙа ут яҡтыртыусы әйберҙәрҙе бөтөнләй юҡ тип тә әйтеп булмай.
Магазиндарҙа кейемгә ут яҡтыртыусы элементтар тегелгән әйберҙәр табырға мөмкин. Мәҫәлән, был портфелгә тегелгән ошо туҡыма киҫәге төндә юл ситендә китеп барыусы баланы руль артындағыларға әллә ҡайҙан күрергә ярҙам итәсәк. Был йәйәүлеләргә бәйле юл фажиғәләрен дә кәметәсәк.
Закон ғәмәлгә инеүгә кейемендә ут яҡтыртыусы элементтары булмаған йәйәүлеләргә штраф һалына. Ҡағиҙә руль артындағыларға ла ҡағыла. Сөнки юл ситендә туҡтаған автомобилдән сыҡҡан водитель дә төнгө эңерҙә күренмәй. Үҙ хәүефһеҙлеген һәр кем үҙе хәстәрләргә тейеш.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика