Түләнмәгән кредит өсөн бер һыйыр

Түләнмәгән кредит өсөн бер һыйыр 29.10.2015

Августа Өфө коллекторҙары Ҡырмыҫҡалы районы Шайморат ауылында йәшәүсе оло йәштәге ҡатындың малын алып китеп, республика халҡын шаҡ ҡатырҙы. Ни тиһәң дә, Әлмира Нурмөхәмәтованың финанс учреждениелар алдында бурысы булмай. Шулай ҙа улының кредиты өсөн әсә кеше яуап тоторға тейеш була. Әхләҡи сиктәргә тап килмәгән законһыҙ эшмәкәрлек ниһайәт, урындағы мирауай судта ла ҡаралды.

Шайморат ауылынан Әлмира Нурмөхәмәтованың бына инде өсөнсө ай күңеле әрней. Аҙбар алды буш. Йәйге селләлә бесән эшләү мәшәҡәттәре лә тиккә генә булған. Ғаиләһен туйындырыусы берҙән- бер һыйырын коллекторҙар ҡурҡытып тигәндәй алып китә. Етмәһә, кинйә улының бурысы өсөн. Егет дуҫына кредитҡа телефон алыуҙа ярҙам итәм тип, әсәһенә ҙур зыян килтерә. Хәҙер оло йәшкә еткән ҡатын судтар буйлап йөрөргә мәжбүр. Хәйер, ваҡиға шаһиттары бар. «Бурыстарҙы йыйыу агентлығы» хеҙмәткәрҙәренең башбаштаҡлығына улар ҙа хайран ҡалған.
Был мәкерле эштә - һыйырҙы тартып алыуҙа коллекторҙар хеҙмәтенән өс кеше ҡатнаша, әммә тәүге суд ултырышына береһе генә килергә баҙнат иткән. Юғары юридик белемле Әлмир Шәрифуллин иһә үҙенең ғәйебен бөтөнләй танымай. Йәнәһе лә бер кемдең дә хоҡуғы боҙолмаған. Зыян күреүсе ҡатын һәм шаһиттар ғына башҡа фекерҙә. Коллекторҙар һыйырҙы алып китер алдынан ике тапҡыр йорт хужаларына килеп, газды, утты һүндереү, ерҙе тартып алыу менән янай. Һуңғы осрашыуҙа 30 мең һумға яҡын бурыс бер һыйырлыҡ тип баһалана. Иҫбатлаусы документ - расписка ла ҡалдырыла.
Әйткәндәй, ғәйепләнеүсе хоҡуҡ органдары менән тәүгә осрашмай, былтыр ул «Мутлашыу» статьяһы буйынса шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителгән була. Киләһе алдашыуы ла бушҡа үтмәҫ, күрәһең.
Белгестәр белдереүенсә, коллекторҙар килеп, баҫым яһап, төрлө саралар ярҙамында ҡурҡытып, милеккә дәғүә белдерә башлай икән, ҡул ҡаушарып ултырырға кәрәкмәй. Дәлилде иҫбатлай алырлыҡ мәғлүмәт булғанда - мәкерле уйлылар яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Ҡырмыҫҡалынан Нурмөхмәтовтар ғаиләһендә теркәлгән осраҡ та бит бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Әлегә был коллекторҙар законһыҙ эшмәкәрлеге өсөн ниндәй яза аласағы билдәһеҙ. Киләһе суд ултырышы 6 ноябрҙә үтә. Берҙән- бер һыйырһыҙ ҡалған ханым иһә ғәҙеллек өсөн көрәшен туҡтатырға уйламай, ғәйеплеләр яуап тоторға тейеш.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку