Тәбиғәттә ял итеү миҙгеле ябылды, әммә урам һепереүселәрҙең эше кәмемәй 21.10.2015

Өфөнөң Сипайлово биҫтәһе коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре халыҡтың тәртипһеҙлегенә зарлана.  Улар көн дә Ҡариҙел йылғаһы ярынан тоҡ-тоҡ сүп-сар сығара. Ял итеү урынын таҙартып та өлгөрмәйбеҙ, ти урам таҙартыусылар.

Өфө йылғаһы ярындағы дамбаны ҙур һыуҙы тотоп тороу өсөн генә төҙөһәләр ҙә, Сипайлово биҫтәһенең иң матур  урынына әйләнде. Күҙәтеү  майҙансыҡтары, йылғаға төшөү өсөн баҫҡыстар, һырлы кәртәләр менән йыһазландырылған яр буйы халыҡтың яратҡан ял итеү урынына әйләнде. Ләкин беҙҙең халыҡтың ял итеү мәҙәниәте самалы. Яр буйҙары хәҙер сүплекте хәтерләтә. Коммуналь хужалыҡтарҙың көн һайын таҙартып тороуы ла ярҙам итмәй.
Сүп-сар ҡалдырыу бер, халыҡтың үҙ аҡсаһына төҙөткән әйберҙе ватыуы вәхшилек. Дамба 2011 йылда тап бюджет аҡсаһына, йәғни, халыҡтан йыйылған һалымға төҙөлдө. Яр буйын төҙөклөндереүгә 8 йөҙ миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған.
Шулай ҙа үҙе йәшәгән ергә, таҙалыҡ, тәртипкә битараф булмаған кешеләр ҙә юҡ түгел. Сипайлово биҫтәһенең  Өфө йылғаһы ярында йәшәүсе бер төркөм ирекмәндәр көн дә өмә ойоштора. Бының өсөн уларға береһе лә аҡса түләмәй, эшкә мәжбүр итмәй. Үҙ теләге, күңел саҡырыуы буйынса сығалар.
Урам һепереүселәр әйтеүенсә, яуаплылыҡ һәр кемдең үҙендә.  Беҙ йәшәгән ерҙе береһе лә ситтән килеп бысратып йөрөмәй.  Шуға күрә тәртипте лә  урындағылар һаҡларға тейеш. Хатта, сусҡа ла үҙе йоҡлаған ерҙе бысратмай, ти ирекмәндәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика