Тәбиғәт балаһы - кеше, үҙен цивилизация шауҡымы, мегаполистар нығыраҡ уратҡан һайын тыныслыҡты хозур йәшеллектән эҙләй

Тәбиғәт балаһы  - кеше, үҙен цивилизация шауҡымы, мегаполистар нығыраҡ уратҡан һайын тыныслыҡты хозур йәшеллектән эҙләй 28.01.2017

Экология йылы алдынан Баймаҡ районыны Ниғәмәт биләмәһенә  ҡараған урман төпкөлөндә Аҡназар утары тип аталған яңы һунарсылыҡ һәм ял хужалығы эшләй башланы. Баймаҡтан Бөрйәнгә тура юлда урынлашҡан был предприятие туризм йүнәлешендә лә хеҙмәт күрһәтәсәк.

Ауылда ағас эше  менән булышҡан, Себер тарафтарында ла эшләп ҡайткан, колхозда йә механизатор йә урмансы булып эшләгән егеттәр Аҡназар утарында эш башланы.  Хәҙер улар ҡарауылсы, биләмәләрҙе таҙартыусы, мунса яғыусы, утын-бесән әҙерләүсе, ҡыҫҡаһы ауыл егеттәре генә белгән-күргән эш менән шөғөлләнә. Ә профессиональ урмансылар Фәрит Аралбаев менән Марат Оморҙаҡовҡа бурыстың яуаплырағы ҡуйылған. Улар урманға һунарға сығыусыларға инструктаж бирә, кейек йәнлектәрҙең именлеге өсөн яуап бирә, ҡыш көндәре ҡырағай хайуандарҙы ашата һәм йәшеллек һағында тора.
Былтырғы ҡалын ҡарлы ҡышта ла, йәй көндәре лә хужалыҡ эшселәре ҡуйған туҡалныу урындарын даими рәүештә айыу, ҡыр сусҡалары төйәк иткән. Тимәк, урман йәнлектәренә һунарға рөхсәт биреү генә түгел, уларҙың именлеген тәьмин итеү, үрсетеү ҙә был хужалыҡтың бурысы. Әлбиттә урындағы халыҡҡа эш урыны, үҙ биләмәһендә ошондай предприятиелар асырға рөхсәт биргән ауыл советтарының ихтияжы бында  беренсе сиратта тора. Урында инвестиция һалырлыҡ кешеләр юҡ кимәлендә, шуғк күрә ситтән килгәндәр ерле халыҡтың мәнфәғәтен беренсе планда ҡайғыртырға тейеш. Хужалыҡ  етәксеһе яҡын тирәләге ауыл халҡын төҙөлөш эштәренә лә йәлеп иткән. Ҡунаҡ йортона  эшләгән йыһазадарҙы ла урындағы оҫталар үҙ ҡулдары менән яһаған.
Баймаҡ районында агротуризм йүнәлешендә эшләгән предприятиелар күп түгел. Уларҙың иң эреһе Ирәндек буйында ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан элекке Мостай ауылы биләмәләрендә асылһа, ә Аҡназар утары ла тарихи урында ултыра. Уның исеме ошо төбәктән сыҡҡан күренекле дәүләт эшмәкәре  Зекериә Аҡназаровтың шәхесенә бәйле.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика