Төбәк башлығы эш сәфәре менән Яңауыл һәм Краснокама райондарына юлланды

Төбәк башлығы эш сәфәре менән Яңауыл  һәм Краснокама  райондарына  юлланды 03.09.2014

Бөгөн Краснокама районының Ҡарый ауылында 29 августа тәбиғәт ғәрәсәтенән зыян күргән ҡоролмалар урынына сафҡа инәсәк тәүге йортҡа нигеҙ ташы һалынды. Бында барлығы 94 яңы йорт төҙөләсәк. Ғәрәсәт эҙемтәләрен бөтөрөү барышы менән Рөстәм Хәмитов урында таныша. Бөгөн иртән төбәк башлығы эш сәфәре менән Яңауыл  һәм Краснокама райондарына юлланды.

Республика етәксеһе тәүҙә Яңауыл районының Кониг ауылында булды. Дауылдан бындағы  50 йорттоң барыһы ла зыян күргән. Әле ҡыйыҡтарҙы алмаштырыу, ҡоймаларҙы төҙөкләндереү бара.  Халыҡҡа документтарҙы тәртипкә килтереүҙә ярҙам күрһәтелә. Рөстәм Хәмитов  ремонт барышын ҡарап сыҡты, халыҡ менән аралашты.  Яңауыл ҡалаһының  Көнсығыш биҫтәһе лә ҡойондан зыян күргән. Әле урында 7 бригада эшләй.  Республика етәксеһе район хакимиәте башлығына халыҡтың мөрәжәғәттәрен тулыһынса ҡәнәғәтләндерергә, һәр бер үтенесте иҫәпкә алырға ҡушты.  Тәбиғәт ғәрәсәтенән иң ҙур зыян күргән нөктә - Краснокама районының Ҡарый ауылы.  Бында бөтә ауыл тиерлек ер менән тигеҙләнгән, өйөрмә хатта кирбес өйҙәрҙе емереклеккә әйләндергән, күп йорттар урынында мейестәр генә һерәйеп тора.  Әле  ҡазаға тарыусыларға йылы аш ойошторолған,  ваҡытлыса  йәшәргә урын бирелгән.  Кисә халыҡҡа 5 мең һум күләмендә матди  ярҙам күрһәтелгән, бөгөн  емерелгән йорттар урынына яңыларын һалыу башланды. Ҡарыйҙа Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 40 берәмек техникаһы, 200-ҙән ашыу хеҙмәткәре эшләй.  Краснокама районы хакимиәте лә штаб ойошторған.  Бөгөн ярҙамға Нефтекама машиналар эшләү колледжы студенттары ла килде. Рөстәм Хәмитов төҙөкләндереү эштәрен ике аҙнанан оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа ҡушты. Бер кем дә ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ, тине республика етәксеһе.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика