Стәрлетамаҡта мәктәп уҡыусылары полицияға ярҙам иткән 02.04.2016

Ҡаланың Эске эштәр министрлығы идаралығы етәксеһе Алексей Алехин 4-се урта мәктәптә белем алыусы ҡыйыу үҫмерҙәргә тантаналы рәүештә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

5-се синыф уҡыусылары Хоҙайбирҙин урамы буйлап йөрөгәндә билдәһеҙ ике кешенең оло йәштәге ирҙе туҡмауын күреп ҡала,  уларҙы оло йәштәге ҡатын ҡыуалап маташа. Һөҙөмтәлә ханым үҙе зыян күрә. Яуыздар уның пакетын алып ҡаса. Бурҙар артынан Стәрлетамаҡ уҡыусылары йүгерә. Улар ваҡиға хаҡында полиция хеҙмәтенә шылтыратып, был әҙәмдәрҙең ҡайҙа йүнәлеүен хәбәр итә. Һөҙөмтәлә Данил Ғафаров, Димитрий Голощапов һәм Даниил Шакировтар ярҙамында бурҙар ҡулға алына. Әйткәндәй, ҡыйыу үҫмерҙәр киләсәктә үҙҙәрен хоҡуҡ һаҡсылары итеп күрергә теләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика