Стәрлетамаҡ ҡалаһында фирма етәксеһе мутлашыуҙа ғәйепләнә

Стәрлетамаҡ ҡалаһында фирма етәксеһе  мутлашыуҙа ғәйепләнә 18.02.2015

Әле уға ҡарата енәйәт эше асылған. 39 йәшлек ҡатын төҙөлөш-монтаж хеҙмәте күрһәтеүсе ойошмаға  етәкселек иткән. Асыҡланыуынса, ханым рөхсәте булмай тороп, төҙөлөп бөтмәгән йорттарҙағы фатирҙар менән  дөйөм суммаһы 40 миллион һум тәшкил иткән һатыу һәм һатып алыу килешеүҙәре төҙөй

Торлаҡты ул төҙөлөш ойошмаһына ҡарағанда күпкә арзаныраҡ хаҡҡа тәҡдим итә. Ләкин был фатирҙар уның милкендә булмай.  
Максим Родионов, Башҡортостан байынса ЭЭМ-ның матбуғат хеҙмәте етәксеһе: «Тикшереү һөҙөмтәләре  күрһәтеүенсә, ҡатын пирамида принципы буйынса эшләй. Торлаҡты  тәүге килешеү төҙөүселәр генә ала. Әле  зыян күреүсе 15 кеше полицияға мөрәжәғәт иткән».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку