Социаль пенсия 10,3 процентҡа арта

Социаль пенсия 10,3 процентҡа арта 31.03.2015

Рәсәй Хөкүмәтенең  ошо хаҡтағы ҡарары 1 апрелдән үҙ көсөнә инә.

Хәҙер социаль пенсияның күләме  8 мең 262 һум буласа. Ә  инвалид балалар өсөн был күрһәткес 13 мең 163 һумға етә. Февраль айында илдә хеҙмәт пенсиялары арттырылғайны.
Шулай уҡ социаль  хеҙмәттәр, йәғни дарыу, шифахана-курорт дауаланыуы,  транспортта йөрөү өсөн бүленгән аҡса күләме лә арттырылған.  1 апрелдән ул 930 һумдан ашыуыраҡ буласаҡ.  Хаҡлы ялдағыларға был уңайлыҡтар менән файҙаланырға йәки  аҡсалата компенсация  алырға  мөмкин. Социаль хеҙмәттәрҙе аҡсаға күсереү өсөн  ғариза биреү талап ителә. Шулай уҡ ай һайын бирелгән аҡсалата түләүҙәр ҙә 5,5 процентҡа арта. Социаль пенсия, айлыҡ түләүҙәр автоматик рәүештә күтәрелә, бының пенсия фонды идаралыҡтарына килеү кәрәкмәй

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика